Башҡорт - татар мөнәсәбәттәре

Бына, селтәрҙә http://www.blog.ye02.ru/zalifa/228-kit-bashkort.html һылтанмаһы буйынса килеп сыҡҡан информация

Кит, башкорт!..

Мин Башҡортостандың Ҡыйғы районында үҫтем. Унда йәшәгән күпселек халыҡ үҙҙәрен татар милләтенән тип һанай. Мәктәптәрҙә лә туған теле булараҡ татар телен уҡыйҙар. Беҙҙең районда башҡорттар ҙа күп кенә. Тик бына ниндәй хәл килеп тыуҙы: башҡорт балалары туған телдәрендә һөйләшергә, үҙҙәрен башҡортмын тип әйтергә оялалар. Миҫал өсөн, беҙҙең класта 21 уҡыусы булды, шуларҙың 7 башҡорт ғаиләһенән, әммә башҡорт телендә аралашыусылар 2 генә булды. Ни өсөн был барлыҡҡа килде? Шуны асыҡлар өсөн мин үҙемдең бәләкәй саҡтарыма, балалар баҡсаһына йөрөгән мәлгә ҡайтам. Әлбиттә, был күңелле ваҡыт булды, тик бер нимә иҫкә төшә. Балаларҙың аңлап етмәйенсә әйткән һүҙҙәре ҙур эҙемтәгә килтереүе ихтимал, был осраҡта тап шулай булды инде. Хәстәрһеҙ генә уйнайһың, ауҙҙы йомоп йөрөп булмаҫ бит инде, үҙ ара һөйләшеп тә алалаһың, шул ваҡытта һин бергә уйнаған иптәшеңдең мыҫҡыллы һүҙҙәрен ишетәһең: "Кит, башкорт! Без синең белән уйнамибыз!" Баласаҡта ишеткән, күргән хәтерҙә оҙаҡҡа ҡала шул, әле лә һиҙәм: хәҙер генә һинең менән башҡортса һөйләшеп торған кеше, икенсе берәй татар килһә, туған телен онотоп татарса шпарит ҡына. Был, әлбиттә, ҡыҙғаныс хәл. Шул башҡорттар менән уйнамаҫ булған балалар ата-әсәләренән өйрәнеп шулай тип әйткәндер инде моғайын.

******************** 

Яҙыусы  Хөсәйенов Айҙар Гайдар улының блогында http://husainov.livejournal.com/77403.html бына ниндәй диалог (бәләкәй генә өлөшөн килтерәм) уҡырға тура килде:

steissd:
Есть ли способ отличить башкирскую фамилию от татарской (хочу заметить, что дело не в исламе, отличить азербайджанскую фамилию от узбекской можно)? О некоторых из упоминавшихся в Вашем ЖЖ деятелях башкирской культуры я слышал, но полагал их казанскими татарами...
Хөсәйенов:
Способа, к сожалению, не знаю... Разве что обращаться к экспертам.
 steissd:
 Ясно. Так все, кого я считал татарами, окажутся на поверку башкирами. Включая Минтемира Шаймиева.
 Хөсәйенов:
Вы будете смеяться, но был такой случай. Один башкирский ученый приехал в Казань, стал делать доклад и родословных-шежере. Его прервали- слишком много оказалось людей. у которых предки башкиры.. Тут он заметил: А что вы хотите, если ваш Шаймиев тоже из башкир? Вы же сами тут повесили его родословную.
Стали смотреть- и точно. Немедленно ее сняли :).
******************** 

www.vk.com - да Эльбрус Ниғмәтуллиндың бала саҡ фотоларын ҡарап ултырһам тағы бер "Светлана Сайфуллина"ның  комментына тап булдым. Ҡыҫылырға тура килде, сөнки бөтә күршеләрҙең дә башҡорт тураһындағы белемдәре шул буласаҡ журнашлюха кимәлендә. Үҙегеҙ уҡыһағыҙ яҡшыраҡ аңларһығыҙ тип уйлайым. Түбәндәге өҙөктә һылтанмалар һаҡланған. Бына шулай хәлдәр-мәлдәр.
Алинка Фәтхетдиновә
да вот настоящее лицо татарина
24 дек 2010 в 14:04
Эльбрус Нигматуллин
башкир я
24 дек 2010 в 14:29
Тимур Хафизов
согласен))))
20 янв 2011 в 22:56
Гульназ Сафуанова
0 класс???Улай буламы ни?
12 апр 2011 в 14:40
Лейсан Нафикова
Була торғайны))))
29 апр 2011 в 0:15
Олеся Жаксибекова
пупсик такой...
29 апр 2011 в 12:30
Алина Зарипова
Отличный альбом) посмотрела с удовольствием))))
31 июл 2011 в 21:55
Танзиля Давлетбердина
Акыллы, матур башкорт малайы
8 ноя 2011 в 10:47
Салават Аралбаев
әйееееееееееееееее!!!
19 дек 2011 в 12:20
Ғаяз Бикбулатов
Алинка Фәтхетдиновә, ты что нашего башкирского джигита татарином назывешь. Имей совесть, щас еще за Батыршу взялись, понимаю не с кем гордиться да?!
28 апр 2012 в 2:02
Алинка Фәтхетдиновә
Ғаяз, Вы посмотрите дату этого каммента. Я тогда, не знала что Эльбрус башкир.
Я как поняла, что Вы к Татарскому народы не очень хорошо относитесь!?
Я башкир уважаю, так как и свою нацию. И горжусь, тем что даже в башкирском народе есть такой человек.
28 апр 2012 в 13:44
Ғаяз Бикбулатов
Я тоже ничего против татар не имею, просто ваш народ до такой степени бессовестный хотите присвоить все достижения башкирского народа... И тут говоришь так: " И горжусь, тем что даже в башкирском народе есть такой человек", почему "даже", что вы хотели этим сказать?! Вам пора развивать свой кругозор, желаю вам успехов в этом!!!
28 апр 2012 в 21:55
Ишбулды Әбйәлилов
Алинке Фахретдиновой скажу только одно - пора перекрыть крантик татаризации башкир под названием "общие башкиро-татарские фамилии". У башкир должны быть свои фамилии как и у армян, грузин и т.д. Тулыраҡ материалды блогта (сайтта) уҡығыҙ - www.bashkortfam.blogspot.com
сегодня в 17:40
Алинка Фәтхетдиновә
Ғаяз, имела в виду, что если в татарском народе нет, такого человека, рада что есть в башкирском народе есть такой человек.
сегодня в 18:01

********************

"Башҡортостан" N 57, 22 март, 2013 йыл гәзитенән бер генә өҙөк:

"...Нисәнсе йыл булғандыр, хәҙер анығын әйтә алмайым. Мәскәүҙәге милли мәктәптәр институты директорының фән буйынса урынбаҫары Нариман Мирсәйет улы Хәсәнов миңә шылтыратты. Баҡтиһәң, Амур өлкәһендәге бер башҡорт ауылына башҡорт теле уҡытыусыһы кәрәк икән. Бындағы түрәләргә мәсьәләнең айышын аңлатып маташҡансы, Татарстандан ул ауылға татар теле уҡытыусыһы барып та төшкән. Шулай итеп күҙ менән ҡаш араһында бер башҡорт ауылы ябылды...."

Был нимә тураһында һөйләй?

1. Әгәр ҙә башҡорт фамилияһы булып һәм ул фамилия, исмаһам, Рәсәйҙә таныла башлаһа,  ауыл кешеләре лә башҡорт фамилиялары йөрөтөр ине, үҙҙәренең башҡорт икәндәрен белерҙәр ине. Татар уҡытыусыһы ҡайҙан килгән шунда кире ҡайтып китергә мәжбүр булыр ине, - тип уйлайым!!!
2. Ауыл һаҡланыр, башҡорттар үрсер һәм ошо күңелһеҙ хәбәр гәзит битенә килеп ҡунмаҫ ине. 

******************** 
"АЗАТЛЫҠ РАДИОҺЫНЫҢ"  
татар-башҡорт редакцияһы менән һөйләшеү.




Стреляли 03.11.2012 примерно в 19.00, сфотографировано 05.11.2012 приерно в 22.00










3 комментария:

bashkortfam комментирует...

Бына шулай, хәлдәр - мәлдәр, башҡорттар Башҡортостандың ҡап уртаһында татарлашһын әле!!!
Бына был миҫал бик асыҡ күрһәтә башҡорт фамилиялары кәрәклеген. Яңыраҡ радионан "Башҡорттар" тапшырыуын тыңланым. Унда һүҙ Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы башҡорттары тураһында барҙы. Уларға татар уҡытыусылары татарса уҡытып улар хәҙер үҙҙәрен татар тип һанайҙар икән. Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ, ул ваҡыттарҙа башҡорттар башҡорт фамилиялды булған ти.
1. Башҡорт фамилиялы башҡорт үҙен татар тип атауҙарына юл ҡуйыр инеме икән?
2. Башҡорт фамилиялы башҡорт үҙен татарса уҡытыуҙарына ризалыҡ бирер инеме икән?
3. Башҡорт фамилиялы (бигерәк тә ялғауы башҡорттоҡо "баш" булһа) башҡорт ауыҙ асып "Мин татар!!!" тир йөрөр инеме икән?
Үрҙә һанап кителгән һорауҙарға башҡорттар "ЮҠ" тип яуап биреп башҡорт фамилияларын булдырып уға күсергә тейештәр!

Ихтирам менән: Ишбулды Әбйәлилов

bashkortfam комментирует...

Башҡорт фамилияһына күсеү бөтә халыҡтың фамилияларын бер юлы үҙгәртеүҙе аңлатмай! Иң дөрөҫө, бүтән халыҡтар кеүек, яңы тыуған балаларға һәм яңы паспорт алыусыларға башҡорт фамилиялары биреү. Ни өсөн? Башҡорттарҙың ҡулындағы документтар үҙгәрешһеҙ ҡала, мираҫ һәм башҡа проблемаларҙы сисеү мәсьәләһе лә бер нисек тә ҡатмарланмай!

Ихтирам менән: Ишбулды Әбйәлилов

Анонимный комментирует...

Бер ҡатлы тиҙәр башҡортто – шулайҙыр. ахыры… Бөгөн иртән телевизорҙан бер районды күрһәтәләр. Башҡорт районында йөрөйбөҙ тип уйлайҙарҙыр инде беҙҙең корреспонденттар, ысынында унда татарлашып бөткән , үҙҙәрен башҡорт тип һанарға ла оялған, татарға кейәүгә сығыуҙы, татарға өйләнеүҙе өҫтөнлөк , ғорурлыҡ тип күргән әҙәмдәр йәшәй. Бер нур һәм йылылыҡ юҡ йөҙҙәрендә! Һүҙҙәрен дә теш араһынан ҡыҫып ҡына сығарып һөйләшәләр, юҡ уларҙа Баймаҡ, Бөрйән, Архангель һәм уларға яҡын ятҡан башҡа райондар халҡының ихласлығы һәм көлөкәслеге…
Әйткәндәй, татарҙарға бер ниндәй ҙә насар ҡарашта түгелмен, уларҙы яратмағандан тип уйламағыҙ. Ул районда әҙрәк килен булып йөрөгән инем, шунан сығып фекер йөрөтәм….