Көләмәстәр, анекдоттар





********************
По приданию, царю Петру пришла тетка с просьбой изменить фамилию. 
Тот,  естественно,  поинтересовался оригиналом.
- Семижопова,- ответила тетка.
- Хватит и пяти,- не растерялся ржущий царь батюшка.
А царское слово будь то шутка или что - это закон.
Существенно сократив количество жоп в фамилии тетка удалилась,
гуманист был Петр и шутник. 

 ********************
"В контакте" ның "Шәп шыттырабыҙ" төркөмөнөң "Көләмәстәр" темаһында ( http://vk.com/topic-34326552_26377516 ) мин индергән анекдоттар, көләмәстәр, баштан үткән ҡыҙыҡлы хәлдәр йыйылып киткән. Шуларҙы сайтты уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итәм.
********************
Баймаҡ районы Таһир ауылы лаҡабы. Ҡунаҡтар күп кенә килгән йортта бәләкәй генә кәүҙәле килен ҡунаҡтарҙы һыйлай икән. "Мин бәләкәй генә булһам да дәрәжәм ҙур ул" тип әйтергә теләп "дәрәжә" һүҙен онотоп "Мин үҙем бәләкәй генә булһам да, теге нәмәм ҙур ул", - тип әйтеп һалған.
********************
Грузин Авас тураһында анекдотты бөтәгеҙҙә беләһегеҙҙер. Шуның кеүегерәк хәл минең менән булды Азербайджанда Габала РЛС-да хеҙмәт иткәндә. Боевой дежурствола торабыҙ. Кабельный участоктан бригада кабель магистраленә профилактик эштәр менән сыҡты. Телемеханика күрһәтә, бер НУП-тың (необслуживаемый усилительный пункт) люгы һәйбәтләп ябылманы, сигнал лампа янып тора. Мин кабельный участокка служебный связь аша шылтыратамын. Элемтә бик насар. Мин "Начальник смены ЛАЗ ВЧ и ТТ старший лейтенант Абзелилов" тинем дә үҙемдең претензиямды әйттем. Теге яҡтан өндәшмәйҙәр. "Кто это?", - тиһәм, "Техник Абзелилов" тип яуап бирәләр. Мин "Это я Абзелилов, а кто вы?" тиеүгә - "Техник Абзелилов" тип әйтеүҙән башҡа үтә алмайҙар. Икенсе көндө начальниктан рөхсәт алдым да киттем кабельный участокка. Начальниктары Ягуб Ахмедов менән һәйләшәмен, үҙебеҙҙең претензияны еткерәмен һәм һорайым, кисә кем дежурить итте тип. Начальниктары аңлатып бирҙе, ике көн элек Баку политехник институтын бөтөп бер егет эшкә төштө ти, тик русса насар белә ти. "Фамилияһы кем?" тиеүемә "Сабзалиев" тип яуап бирҙе. Шунан 3 факторҙың бергә тура килеүенә көлөп алдыҡ: 1. Техниктың русса насар белеүе, 2. Абзелилов - Сабзалиев, 3. Насар элемтә.
********************
Габала РЛС - да хәрби дежурствола торғанда беҙгә, хәрби элемтәселәргә, Совет Азербайджанының элемтә узелдары менән бергә эш итергә тура килә торғайны. Эш азербайджан персоналының русса насар белеүе менән ауырлаша ине. Һәр һалдат - механик берәй азербайджанлы менән заочно дуҫлашырға тырыша ине телефон аша. Мин дә смена начальнигы булараҡ бынан ситтә ҡалманым, даими рәүештә Д. тигән механик ҡыҙ менән "серләшә" инек. Бер заман командировкаға барырға тура килде шул элемтә узелына. ЛАЗ ВЧ и ТТ-ға инеүем һаманда иҫтә: узелдың начальнигы һәм смена начальнигы шунда ине. Үҙем менән таныштырҙым. Тегеләр миңә аптырап ҡарай башланылар, шунан механиктары "Твоя Д. там за стойками", - ти. Хәҙер мин аптырайым, нишләп ул минеке икән тип. Сөнки азербайджан ир егеттәре "һинеке" тип әйтеү түгел, үҙҙәренең ҡатын - ҡыҙҙарына яҡын да ебәрмәйҙәр. Шунан стойкалар араһына үтһәм минең ҡаршыла минән бер башҡа бейек, йыуан һәм мыйыҡлы ҡыҙ тора ине. Бер нисә секунд бер беребеҙгә аптырап ҡарап торҙоҡ һәм көлөп ебәрҙек. Россияла үтмәй ятҡан мәрйәләр Урта Азияға кейәүгә сыҡҡандар, Д. ни эшләне икән тигән уй башҡа килә һаман да.
********************
Сибай - Баймаҡ юлында "Сәскә ат Башҡортостан" тигән лозунг тора. Бер башҡорт малайы уны "Лошадиные цветы Башкортостана" тип аңлаған. Быны ул малайҙың атаһы һөйләне. Көлкө лә, көйөнөс тә.
********************
Сибай + Баймаҡ = Сибаймаҡ 
 ********************
- Әрмәнстән бәләкәй генә ил, ә әрмәндәр бөтә илде баҫып алғандар?
- Әрмәнстан ил түгел, әрмәндәрҙең офисы! (КВН - дан)

1980 - се йылда ЛВВИУС - тың (Ленинградское высшее военное инженерное училище связи) 5-се курсында уҡығанда беҙҙе производство практикаһына Рыбинсктың бер заводына ебәрҙеләр. Курсанттар тәркөмөн бер кафедранан подполковник етәкләне. Ул 40 йәштәр тирәһендә булғандыр, беҙҙең өсөн бик ҡарт күренә ине. Килеүҙең икенсе көнөндә үк ҡайһы бер курсанттар төнгөлөккә кем ҡайҙа таралыша башланылар. Бына 3-сө көндө сержант Вячеслав Голубев һөйләй: "Бер матур ғына ҡыҙ менән таныштым, киноға барҙыҡ һәм ул мине өйөнә саҡырҙы. Өйөнә килеп еттек, яйлап ҡына ул йәшәгән ҡатҡа күтәреләбеҙ. 3-сө ҡаттың площадкаһына күтәрелеп уның квартираһына табан атланыҡ. Ҡараңғыла бер ир менән ҡыҙҙың квартира ишеген асып торғандарын шәйләнек. Улар ҙа беҙҙе ишетеп беҙгә боролдолар. Ир кеше ... беҙҙең подполковник булып сыҡты. Мин субординацияны беләмен, бер һүҙһеҙ боролоп ҡыҙыҡай менән төшөп киттек. Подполковник менән булған ҡыҙ минең ҡыҙҙың апаһы булған икән. Икенсе көндө подполковник миңә "Бажа" (Свояк) тип өндәште", - тине. Ленинградҡа ҡайтҡас та улар бер береһенә "Бажа" тип өндәшеп йөрөнөләр.

********************
Беҙ уҡыған төркөмдә 3 курсант дуҫ булдылар. Уларҙың өсөһөнә уртаҡ бер дипломат булды. Уның эсендә берәр шешә шампан һәм араҡы, әфлисундар, алма, кәнфит, шоколад була торғайны. Был дипломат "джентльменский набор" тип атала, һәм ҡыҙҙар өйҙәренә саҡырһалар алына торғайны, магазин - фәләнгә йөрөп увольнение ваҡытын бушҡа үткәрмәҫ өсөн.
********************
Ҡаҙандың Аллах АкБарС-ы плей оффтан төшөп ҡалған икән, Аллах та ярҙам итә алманы бахырҙарға.
********************
Яңыраҡ телевизор йүнәтергә барҙым. Хужабикә, йәш кенә мәрйә, һөйләй: - "Атайым бөтә нәмәне үҙе һатып ала өйгә, аҙыҡ-түлектән мебелгә тиклем. Былтыр әбейен (әсәйем үлеп ҡалды, шунан бер әбейгә өйләнде) эйәртеп эргәләге Техника магазинына телевизор һатып алырға барған. Оҙаҡ ҡына йөрөп һайлағандар телевизор. Һатыусы егетте саҡырып, ошо телевизорҙы алам, упаковкаһына һалып бирегеҙ, тип әйтә икән. Егет йылмайып һуңынан тотола алмай көлөп ебәргән, телевизор тигәне микроволновка булып сыҡҡан".
********************
2000-се йылдар тирәһендә Иҫке Сибайҙан шылтыраталар телевизор йүнәтергә заказ менән. Барҙым. Машина һүндереү менән ҡапҡанан Сәғиҙулла Баййегет килеп сыҡты.
- Телевизорың боҙолдомо, Сәғиҙулла, - тимен.
- Мин яңы ғына килеп төштөм ағай, әсәй бер нәмә лә әйтмәне, үҙегеҙ инеп белешегеҙ, - ти
Өйгә индем. Хужабикә мейес эргәһендә эшләп йөрөй.
- Улым, әйҙә сисен дә, бүлмәгә үт, - тине.
Куртканы сисеп элдем элгескә, кәпәс һала торған кәштә бигерәк өҫкә ҡуйылған. Кәпәсте бер - ике ырғытып һалып ҡарайым, тәгәрәп килә лә төшә. Быны күреп торған апай эргәгә килде лә, - ҡана улым, ярҙам итәйем, - тип минең ҡулдан кәпәсте алды ла үрелеп кенә һалды ла ҡуйҙы. Апай улынан (йәки киреһенсә) буйы буйынса берҙә ҡалышмаған шул.

********************
1992 йылдың 25 ғинуарында Баймаҡ башҡорттарының йыйынында Илшат Буранбаев тигән егет ""Һаумыһығыҙ" тигән һүҙҙе ҡулланмайыҡ, ул һүҙ "Һеҙ тереме, үлмәнегеҙме әле?" тигән һымаҡ яңғырай", - тип сығыш яһағайны. Мин уның менән тулыһынса ризамын, сөнки ҡайһы берҙә "Һаубыҙ!" тип яуап бирһәләр аптырап ҡалаһың ни тип әйтергә белмәй. Шуның өсөн дә "Сәләм" тип һаулаша инем. Шулай итеп 1992 йылдың йәйендә Өфөгә командировкаға барҙым. Совет майҙанынан үтеп барһам ҡаршыға шағир Назар Нәжми килә. Оло кеше менән "Сәләм!" тип һаулыҡ һорашыу килешмәҫ тип, "Һаумыһығыҙ!" тинем. Назар Нәжми "Сәләм" тип яуаплап үтеп китте. Шунан бирле һорау ҡалды, "Сәләм!" тиһәм нимә тип яуап бирер ине икән?
********************
Ҡатындар яҡшыраҡ бейей, уларға бер нәмә лә ҡамасауламай.
********************
Башҡорт мегаполисы - Сибаймаҡ, башҡорт гипермегаполисы - Сибаймаҡъяр!
********************
Үҙемдең блог битенә http://bashkortfam.blogspot.com/p/blog-page_18.html ҡуйылған булған хәл менән таныштырам:
Был хәл Сибай типографияһында эшләгән сағымда булды. Бер ваҡыт минең эш урынына "Советская Башкирия"ның үҙ хәбәрсеһе А.Пастухов килеп инде. Ул эш өҫтәлендә ятҡан "Йәшлек" гәзиттәренә күҙ йүгертеп сыҡты ла: "Вот "Йәшлек" молодец! Это они здорово придумали!.." - тип, гәзитте маҡтай башланы.
Минең бер нәмә лә аңламай, аптырап киткәнемде күреп, Пастухов "Йәшлек"тең бер һанына төртөп күрһәтте. Унда Чубайстың сираттағы отставкаһына бағышланған мәҡәлә урынлаштырылғайны һәм 1-се битенең башында шул турала ошондайыраҡ анонс бирелгәйне: "Оппозиция Чубайстан ҡотолдо". Минең уның аңламауымды күреп, Пастухов: "Смотри, как здорово придумано - Башкортостан, Татарстан, Чубайстан..." - тип үҙенең уйын аңлата башлана. Аптырауым көлөү менән алмашынды. Пастухов башҡорт телен бөтөнләй белмәйенсә, "Йәшлек" гәзите "Чубайстан" тигән яңы термин уйлап сығарып, Чубайстың байлыҡтары тураһында мәҡәлә баҫҡан, тип уйлаған икәнсә үҙенсә.

********************
Салауат Фәтхетдинов һөйләй икән И.Юламановҡа:
- Мин үҙем натурам менән гонщик, машина яратам. Машина йөрөһөн өсөн уны даими ҡарап торорға кәрәк. Ә бына ҡатын-ҡыҙ киреһенсә, ҡарамаһаң - йөрөй башлай.

********************
Хоҙайҙы көлдөрәм тиһәң, Уға үҙеңдең пландарыңды һөйлә!
********************
Габала РЛС- на хеҙмәт итергә барғас, мин бер азербайджан менән таныштым, исеме Ясин, хәрби городокта аптекарь булып эшләй ине. Шул мине ҡатын менән ҡунаҡҡа саҡырҙы. Барып ингәс тә ҡатыны минең ҡатынды аптыратып уны ҡосаҡлап үбеп алды. Уларҙа ҡатындар бер береһен шулай сәләмләй икәнен шулайтып белдек. Ясиндың ҡатынының исеме Ҡыяфәт икәне иҫтә ҡалған. Ләкин беҙҙең өсөн иң ҡыҙығы хужаның "Жрите, жрите!" тип һыйлауы булды. Ул һүҙҙе ул армиянан отоп алып ҡайтҡан булған икән.
********************
Габала-2 хәрби городогында военторг магазины булды, унда бик күп дефицит нәмәләр азербайджандарҙың магазиндарынан 2-3 тапҡыр осһоҙ була торғайны. Шуға ла азербайджандар городокҡа пропускыһыҙ, КПП-ла торған һалдаттарға аҡса биреп, инәләр ине. Офицерҙар йыйылышында беҙ рота охрананың командиры өлкән лейтенанттан "Почему не ставите на КПП самых честных, добросовестных солдат?" тип һораныҡ. Теге ошолай яуап бирҙе: "Товарищи офицеры, я туда ставлю самых честных, добросовестных, в основном деревенских парней, но они держатся максимум месяц" - тип яуап бирҙе. Шулай итеп "коррупция туты" һалдаттарҙы ла еңә ине ул ваҡытта.
********************
Беҙҙең йәштәр араһында "базар - вокзал" тигән һүҙбәйләнешен ҡулланып һөйләшеү бар. Ә бына Азербайджан ҡалаларының күбеһендә автовокзалдан баҙарға йөрөүсе автобус рейстары була торғайны һәм уларға "Базар - Вокзал" тип яҙыла ине.
********************
1989 йыл. Азербайджан - әрмән конфликты ҡыҙған саҡ. Бөтәһенең дә "нервы на пределе" тип әйтеү дөрөҫ булыр ине. Мин бер офицер менән дежур машинаға һуңлап маршрут автобусында тороп городокҡа ҡайтып барабыҙ. Шунда теге офицер миңә "У меня ведь кое что есть!" тип ҡапыл кобураһына ынтылды. Шунда автобустағы бөтә пассажирҙар тынып шаҡ ҡатып ҡалдылар. Теге кобураһынан ... пирожки сығарып ашай башлағас бөтә автобус еңел һулап йылмайып ебәрҙе.
********************
Бала саҡта иҫтә ҡалғандарҙан. 1950-се йылдар аҙағы. Беҙҙең ғаилә кискеһен (төнөн) билмән ашап ултыра. Ҡапыл өй аша йәшәгән Заһира инәй килеп инде кәстрүл менән, "һеҙгә билмән алып килгәйнем, ә һеҙ үҙегеҙҙекен ашап ултыраһығыҙ" тип билмәндәрен бушатыу ыңғайында һөйләп бирҙе - "бөгөн Мәгәниткә (Магнитогорскиға) баҙарға барғайным. Ары бире нәмә алдым да шундағы билмәннейгә инеп обит итеп алырға булдым. Илле билмән заказать иттем, улар ни килтерәләр ҙә килтерәләр, аптырап ошо кәстрүлгә тултыра башланым, бына һеҙгә тигәнен алып килдем"- ти. Шунан нимә булғанын тикшерә башланыҡ өҫтәл артында. Инәй илле билмән заказать итәм тип "пятьдесят" урынына "пятьсот" заказать иткән икән. Русса белмәгәс аңлатып бер нәмә лә әйтә алмай бөтә килтергән билмәндәрен тейәп ҡайтып килгән Сибайға.
********************
Атай мәрхүм ябай ташсы булып "Башмедьстрой" тресында эшләне. 1960-сы йылдар башы, бригада төшкө ашҡа йыйылып кем нимә алып килгән шуның менән тамаҡ туйҙырып ултыра. Бер татар ҡатыны үҙенең кисә баҙарға сығыуы тураһында һөйләй икән: "Бер баш ҡорот 20 тин генә тора. Биш баш ҡорот алдым" - тип. Был ике һөйләгән, өс һөйләгән, дүртенсеһендә атай мәрхүм уны "Бер башҡортҡа исмаһам 20 тин бирәләр, бер татарға һуҡыр тин дә бирмәйҙәр", - тип туҡтатҡан.
********************
Быйыл февраль айында заказ буйынса телевизор йүнәтергә киттем. Автобус оҙаҡ булмау сәбәпле ярты сәғәттән ашыуға һуңланым. Кәрәкле квартираға инеп һаулыҡ һорашыуыма квартира хужаһы яман итеп ҡарап ҡырыҫ ҡына "Нишләп соңланың?" тип яуапланы. Миңә "Ағай, юҡты һөйләмә, мин соңламаным, ә һуңланым" тип ауыҙын ябырға тура килде. Мин телевизор йүнәтеп бөтөүгә ул аңына килде. Үҙ-ара аңлашып хушлаштыҡ.
********************
Хәрби училищела бер сәйер майор булды, уны ваҡыт үтеү менән клоун һымаҡ ҡабул итә башланылар. Уның клоунлығы шунан ғибәрәт ине, юлында осраған теләһә ниндәй (кафедрала, казармала дневальный телефоны, КПП-ла дежурныйҙың телефоны һ.б.) зыңғырлаған телефонға туҡтап, трубкаһын кешенән тартып тигәндәй алып, ошолай яуап бирә торғайны: "Старший преподаватель кафедры номер четыре, кандидат технических наук, майор-инженер Кузьмин, слушаю Вас" - тип. Мин ваҡыт үткән һайын Башҡортостан президенты Хәмитовты шул майорға нығыраҡ оҡшатам. 
 ********************
 "Йәшлек"тә уҡығайным, булған хәл. Бер ауыл ире үҙенең уҫал бисәһенә өндәшә икән: "Бисәкәй, әйҙә матай алайыҡ, мин һине катать итермен" - тип. Бисәһе ҡулы менән үҙенең биленән аҫҡа төртөп күрһәтеп "Бына һиңә матай, кисен катай, төнөн катай!" - тип яуаплаған.
********************
Сибай статистика бүлеге лаҡабы. Үҙ өйөндә йәшәгән Флюр эштәгеләргә аҙна һайын йомортҡа һәм һөт алып килеп һатып тора. Бер заман был процесҡа бер апай ҡушылып маҡтай - маҡтай үҙенең һөтөн - йомортҡаһын һатып китә. Һәм бына Л. алдында ятҡан йоморткаларҙы төрлөсә тотоп, һәрмәп ҡарап үҙ алдына һөйләнеп ултыра икән: - Да, ни тиһәң дә Флюрҙең күкәйҙәре ҙурыраҡ шул, - тип.
********************
1980-се йылдарҙың уртаһы. Беҙҙең боевой расчет Габала РЛС-да дежурствола. Байрам алды көнө, Элемтә министерствоһында магистралдә профилактик эштәр тыйылған, элемтә (передача информации о воздушно-космической обстановке в Москву) яҡшы хәлдә. Дежурный по связи, мин - начальник смены ЛАЗ ВЧ иТТ һәм бүтән подразделениенан 2 начальник смены дежурныйҙың бүлмәһендә домино һуғып сыҡтыҡ төн буйы. Иртәнсәк начальник узла связи п/п-к Порох элемтә узелында обход яһай. ЛАЗ ВЧ и ТТ-ға инде, мин доклад яһаным. Ул дежурство журналын алып унда яҙа башланы. Шунда журналға бер себен килеп менде, начальник аптырап туҡтап ҡалды һәм... себенгә текәлде. Себендең бер ҡанаты йәшел, икенсе ҡанаты ҡыҙыл төҫтә ине. Яҙып бөттө һәм ЛАЗ ВЧ и ТТ -ны урап сыҡты. Тағы ла 2 - 3 себен осраны, уларҙың да ҡанаттары буялған ине. Бер нимә лә әйтмәне начальник, сығып китте. Мин смена һалдаттарынан һорайым, быны нисек аңларға тип. Тегеләр: "Иптәш өлкән лейтенант, йоҡлап китмәҫ өсөн себендәрҙе тотоп буяныҡ", - тиҙәр. Бер аҙна үткәс Порох подведение итогов та: -"Ҡайһы бер БП-ҙа йоҡлайҙар, Абзелиловтан өлгө алығыҙ, һалдаттарығыҙҙан себендәрҙе тоттороп буятығыҙ", - тип әйтеп һалды.
********************
1997-се йылдың июлендә водитель менән машинала Өфөгә командировкаға килеп төштөк киске 11-әр тирәһендә. Быға тиклем Өфөгә 1 - 2 йыл тирәһе барған юҡ ине. Инерция буйынса "Ағиҙел" ҡунаҡханаһына алып бар тигәс, водитель шунда ҡалдырҙы ла туғандарына йоҡларға китте. Элек бер төн йоҡлап сығыу 100000 һум тирәһе була торғайны. Ә хәҙер... 300000 һум икән. Ә минең бөтәһе 200000 һум бар, водителгә шылтыратып булмай, сотиктар юҡ ине ул ваҡытта. "Өфө", "Башҡортостан" да ла шул уҡ хәл. Киттем Үҙәк баҙар эргәһенә. Унда туҡталыш эргәһендә ниндәйҙер төҙөлөш эштәре бара. Күңеллерәк булып китте, туҡталышта ултырамын. Үҙем менән алып килгән 0,5 литрлы газировканы сығарып эсеп ултырамын булочка менән. Ҡапыл эргәгә медайнытҡыстың УАЗ машинаһы килеп туҡтаны. Эргәгә сержант килде лә ошондайыраҡ диалог килеп сыҡты
- Дарагой, покажи паспорт - ти. Мин сығарып бирҙем. Теге уҡып сыҡты ла
- Ағай, һин Сибайҙанмы әллә - ти башҡортса.
- Эйе - тип яуаплайым.
- Ни эшләп төн уртаһында араҡы эсеп ултыраһың?
- Был араҡы түгел, газировҡа, - тимен.
- Ә ниңә гостиницала туҡталманың, бында ултырғансы?
- Гостиницаға 300000 һум кәрәк, ә минең ни бары 200000 һум бар.
- Әйҙәгеҙ беҙҙең менән, беҙҙә йоҡлап сығыу 128000 һум ғына тора, һеҙҙең аҡсағыҙ етәсәк, - ти ысынлап та, мәрәкәләп тә.
- Юҡ егеттәр, ғүмерҙә лә медайнытҡыста булғаным юҡ, булмайым да, - тип тороп ҡалдым.
Иртәнсәк транспорт йөрөй башлағансы туҡталышта ултырҙым. Теге машина ярты сәғәт һайын эргәнән үтеп тоҙо. Бер-беребеҙҙе сәләмләп ҡала инек.

********************
Ҡатындарға үҙем уйлап сығарған комплимент: - "Һеҙҙең ирегеҙҙең ҡатыны матур икән!".
1 - 2 секундтан аңдарына йөкмәткеһе барып еткәс "Рәхмәт!" тиҙәр йылмайып.

********************
Бөгөн бер автобус водителе менән һөйләшкәйнем. Сибайҙы баҫып алған ҡара халыҡтар нисек түләүһеҙ йөрөй иртәнге автобустарҙа, шул турала һөйләп бирҙе. Автобус яңы рейсҡа сыҡҡан, кондукторҙың сумкаһы буш. Тегеләр КӨН ҺАЙЫН кондукторға 500 йәки 1000 һумлыҡ купюра һоналар, ә кондукторҙың ҡайтарып бирергә аҡсаһы булмай. Шулай итеп кәрәкле ергә тиклем баралар ҙа төшә лә ҡалалар. Бына кемдәрҙән өлгө алырға йәки алмаҫҡа кәрәк, уныһы һәр кемдең үҙенән тора. Ошоларҙы яҙҙым да, сибайлыларға өндәшәм, эре купюраларҙы ваҡлай алһағыҙ, ваҡлап бирегеҙ шул баҫҡынсыларға автобуста барғанда, сотикҡа төшөрөп алһағыҙ ҙа ҡамасауламаҫ.
********************
"Һәр эт үҙ ояһында көслө" тип ата-бабалар дөрөҫ әйткән. Үҙ "оябыҙҙа" хужа булып өйрәнәйек башта, башҡорт "эттәреме, бүреләреме"! Ҡаланыҡылар ул тиклем бирешеп бармай ул, ауылдыҡылар, ғүмер буйы "бесән, мал" - Айрат Дилмөхәмәтов әйткәнсә, тип кенә йөрөүселәр мәшәүҙәр.
********************
Һәр кем үҙенең генә эше менән мәшғүл булһын, уны яҡшы башҡарһын, кешегә үҙенең хеҙмәт емештәрен һатһын. Үҙемдән алып әйтәм, үҙ ғүмеремдә бер гараж, бер мунса, бер сортир төҙөнөм. Гаражы гараж, мунсаһы мунса, сортиры сортир булманы. Сөнки минең хобби ла, төп эш тә - электроника. Хәҙер мин телевизорҙар ремонтлап йәшәйем. Ә ҡалған бөтә нәмәне һатып аламын, шул эшләгән аҡсаға. Кеше өсөн бүтән бер нәмә лә йүнәтмәйем, телевизорҙан башҡа, күп кенә туғандар, таныштар үпкәләйҙәр. Ярай, үпкәләһендәр, үпкә ашаһындар. Бына йәһүдтәр дөрөҫ эшләйҙәр, уларса кешенең бер нисә бик яҡшы һөнәре булырға тейеш тиҙәр, мәҫәлән - тегенсе, табип һәм тағы бер нисә һөнәр. Был һөнәрҙәр кешелеккә капитализм, социализм, фашизм (дөйөмләп әйткәндә, донъяның аҫты өҫкә әйләнгәндә лә) ваҡытында ла кәрәк. Ә егет кешегә 70 төрлө һөнәр ҙә әҙ тигән башҡорт мәҡәле иҫкергән төптән. 70 һөнәр, фактически бөтәһе лә тяп - ляп итеп эшләү өсөн генә, бит һәр һөнәрҙе энәһенән ебенә тиклем белергә кәрәк: тарихын, теорияһы менән практикаһын. Мин үҙем, мәҫәлән, 70 төрлө һөнәрле кешенән хәҙерге заман иномаркаһын, ДВД-ны, кер йыуыу машинаһын һ.б. йүнәттермәҫ инем!!!!!!!
********************
Тик ошолай ҙа килеп сыҡмаһын, башҡорттар ауылдан ҡалаға күсеп киләләр, уларҙың буш ваҡыты барлыҡҡа килә, күбеһе шул ваҡытты йоҡлап, йәки баҡсаһында соҡоноп үткәрә. ВАҠЫТ - ул һәр кемдең КАПИТАЛЫ, уны дөрөҫ ҡулланырға кәрәк, бигерәк тә белемеңде, квалификацияңды арттырыуға йүнәлтеү өсөн. БАҠСА ҠОЛО булмағыҙ, ауылда бесән - мал ҡоло булған кеүек. Йәһүдтәрҙе һүкмәгеҙ, әрләмәгеҙ (барыбер файҙаһыҙ), уларҙан өлгө алығыҙ.
********************
Ә хәҙер тема буйынса анекдот: "Тышта 2157 йыл. Бер кеше эштә баш бармағын яралай. Тиҙ ярҙам вертолеты саҡыралар. Вертолет быны кәрәкле табипҡа алып бара. Табип кешенең йәрәхәтен ҡарай ҙа ошондай вердикт сығара: -Ғәфү итегеҙ, мин һул ҡулдың баш бармағы буйынса табипмын, ә һеҙгә уң ҡулдың баш бармағы буйынса табип кәрәк, - тип икенсе табипҡа йүнәлтә.
********************
- Алло, сәләм, һин ҡайҙа?
- Мин өйҙә. Ә һин?
- Ә мин һинең менән бер автобуста китеп барам...

********************
Мәрхүм Абдрахимов Булат еҙнәйҙең һөйләгәненән. 1960 - сы йылдарҙа ул Сибай байыҡтырыу фабрикаһында эшләгәндә цехта тәмәке тартҡанда яңы ғына эшләй башлаған мастерға тотола. Мастер уның фамилияһын һорай. Был "Моя фамилия Кильдекитдинов" тип яуап бирә һәм мастерға ижекләп әйтеп "дөрөҫ" яҙырға ярҙам итә. Икенсе көндө мастер смена алды пятиминуткаһында "Эшселәр эш урынында тәмәке тарталар. Мәҫәлән, кисә мин үҙем Кильдекитдиновты шелтәләнем" - тип әйтеп һала.

Комментариев нет: