Башҡорт фамилияһы тураһында матбуғатта фекер алышыуҙар

Башҡорт фамилиялары кәрәк
Беҙҙең халыҡтың үҙенең исеме, ере, тарихы, теле, мәҙәниәте, дине, республикаһы бар. Башҡорттар ҙа, башҡа халыҡтар кеүек, теленең, халҡының мәңге йәшәүен теләй. Тик ни өсөндөр халыҡ, тел менән 50, 100, 200, 500 йыл үткәс ни булыу мөмкинлеген күҙалламайбыҙ. Халыҡтарҙың бергә ҡушылыуы тураһындағы бик реакцион теорияға таянып, үҙебеҙҙең үҫеү тураһында онотоп, һаҡланыу реакцияларын юғалта башланыҡ. Беҙгә: "Халыҡтар быуаттар үткәс юҡҡа сыға", - тип иҫбатларға маташалар. Мин бының менән риза түгел. Ҡасандыр бөйөк милләт булған итальяндар, гректар һ.б. юҡҡа сығырға уйламай әле! Икенсенән, быуаттар буйы үҙ яҙмышы өсөн көрәшеп, ошо осорғаса тере ҡалған башҡорт халҡы төрлө идеология шауҡымдарына, социаль эксперименттарға ышанып, үҙен-үҙе юҡҡа сығарһа, беҙҙе киләсәктә ғәфү итмәйәсәктәр.
Хәҙерге дәүерҙә халыҡ булып йәшәү өсөн, минеңсә, беҙгә тупланыу етешмәй. Һәр милләтте берләштереүҙә фамилия ла ҙур роль уйнаған. Мәҫәлән: Григорьев, Григорьян, Григорашвили, Григоренко, Григореску фамилиялары буйынса кемдең ниндәй милләттән икәнен белеп була. Ҡатнаш никахтар арҡаһында фамилиялар бутала. Ләкин был ҡурҡыныс түгел. Фамилия милләттең тамғаһы булып тора. Милли фамилия йөрөтөүселәр бер нисә быуындарҙан һуң да төрлө шарттарҙа үҙ милләттәренә "ҡайта". Был төрлө милләт ағзаларының үҙ милләтенән тик китеп тороуына ғына түгел, килеп тороуына ла килтерә. Быға бик күп миҫалдар килтерә алыр инем. Ә СССР-ҙағы төрки халыҡтар бигерәк тә РСФСР-ҙа таралып йәшәй. Хәҙер заманалар үҙгәрҙе, шөкөр, милләт-ара бәйләнештәр күбәйә.
Беҙҙең фамиляларҙы фамилияны барлыҡҡа килтереүсе исемгә "баш" һүҙен ҡушып та яһап булыр ине. Мәҫәлән: Әхмәтов - Әхмәтбаш, Сабиров - Сабирбаш, Мусин - Мусабаш.
Ҡыҫҡаһы, был турала айырым кешеләрҙең, ғалимдарҙың, социологтарҙың, тарихсыларҙың фекерҙәрен ишетке килә. 
И.ӘБЙӘЛИЛОВ, 
инженер-электронсы.
Сибай
"Йәшлек" №1 1 ғинуар 1991 йыл 
********************
Зәйнәб Бейеш менән әңгәмә
Йәмле йәй айҙарында миңә Өфө ҡалаһында күренекле әҙибә,
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Зәйнәб апай Биишева менән осрашып һөйләшеү насип булды. Минең Сибайҙан икәнлегемде белгәс, ул йылы һүҙҙәр менән беҙҙең яҡтарҙы иҫкә төшөрҙө:
- Сибай минең күңелемдә бик ныҡ иҫтә ҡалған ул. Минең 60 йәшемде бик матур итеп үткәргәндәре өсөн сибайҙарға һәм шул саҡтағы КПСС ҡала комитетының беренсе Йәнтилинға ҙур рәхмәт.  Һуңынан ул Өфөгә күсеп килде. Нишләп ул Өфөгә күсеү тураһында минең менән булһа ла кәңәшләшмәне икән? Башҡортто Өфөлә кем көтөп тора, кем уға үҙен күрһәтергә мөмкинлек бирә? Йәнтилин булмағас, сибайҙар минең турала бөтөнләй онотто. Мине саҡырырлыҡ элекке кешеләр ҙә ҡалмағандыр инде Сибайҙа. Бик ҙур дәрт бар ине барып сығырға, тик саҡырылмайынса барһаң да уңайһыҙ... . Сибайҙың Сибайында ла башҡорттар йоҡлап ятҡас, ни әйтәһең. Аңлатыу эшелә насар ойошторолғандыр инде. Халыҡты уятырға, партия эшенә йәлеп итергә кәрәк!
Зәйнәб апай тыуған яҡтарын иҫкә төшөрҙө, ғаиләһе тураһында һөйләп алды:
- Мин Зианчура районындағы ауылда тыуғанмын. Хәҙер ул ауыл Күгәрсен районына ҡарай. Райондың Күгәрсен тип аталыуын бер ҙә яратмайым. Районда бер Күгәрсен тигән татар ауылы бар ине, шуның исеме менән бөтә районды Күгәрсен тип атанылар ҙа ҡуйҙылар. Хәҙер мин күберәк Мәскәүҙә йәшәйем. Унда ике улым йәшәй, икеһе лә ғалимдар, фән докторҙары. Уларҙың икеһен дә ныҡ ихтирам итәләр. Мәскәүҙә Өфөләге кеүек түгел.
Ленин урамындағы үҙәк китап магазинына тиклем яйлап ҡына һөйләшеп барҙыҡ. Мин үҙемде борсоған һорауҙар хаҡында һөйләнем:
- Мине башҡорт һәм татар фамилияларының бер иш булыуы борсой. Был турала "Йәшлек" газетаһында ла яҙып сыҡҡайным. Бүтән халыҡтарҙыҡы кеүек, башҡорттарҙы ла фамилияларынан уҡ танып торорлоҡ булһын тип яҙғайным. Мәҫәлән, Григоренконың украин, Григоряндың әрмән, Григорашвилиҙың грузин тоҡомдарынан икәне әллә ҡайҙан күренеп тора. Белеүегеҙсә, башҡорт менән татарҙың фамилиялары бер иш. Шуға ла хәҙер, башҡорт фамилияларына ышыҡланып, башҡортҡа ҡаршы эш алып барыусы бәндәләр күбәйеп китте. Бер иш фамилиялар башҡорт халҡының татарҙар тарафынан йотолоуына ла булышлыҡ итә. Ошо турала һеҙҙең фекерегеҙҙе белгем килә.
Зәйнәб апай минең ҡайһы бер мәҡәләләрҙе уҡыған булып сыҡты, һоруыма ихлас яуап бирҙе:
- Мин ул мәҡәләгеҙҙе уҡығайным, эстәлеге менән тулыһынса килешәм. Мәҫәлән, минең атайым да: "Ҡыҙым, беҙ Бейеш тоҡомо, шуға ла һин Зәйнәб Бейеш тип йөрө", - тип күп тапҡырҙар әйтә торғайны.
Зәйнәб апай мине лә китап магазинына саҡырҙы, үҙ аҡсаһына китаптар һатып алып, миңә бүләк итергә булды:
- Ҡустым, мин һиңә үҙемдең китаптарымды автограф менән бүләк итәйем. Ваҡытым булһа, ошонда килеп үҙемдең китаптарым менән дә сауҙа итешәм мин, автографтар өләшәм. Шулай иткәндә, китап һатып алыусылар бигерәк тә күбәйеп китә.
Оло әҙибәнең китап һатып алып биреүе түгел, үҙе менән осрашып һөйләшеү ҙә минең өсөн ҙур бәхет ине. Шуға ла уның байтаҡ ҡына китаптарын һатып алып, автограф аманатына ҡыуанып, рәхмәттәр әйтеп сығып киттем. Ул арала яҙыусы янында автограф алырға теләүселәрҙең оҙон сираты барлыҡҡа килде.
Мәҡәләмдең аҙағында шуны әйтмәксемен: Зәйнәб апай, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, яҡшы хәтерле, дәртле һәм үткер һүҙле, түбәнһенеүҙе, ялағайланыуҙы яратмаған, үҙ фекеренән ҡайтмаған кеше икән.
Ошондай ҙур аҡыл эйәһе менән аралашмайынса, осрашмайынса, беҙ үҙебеҙҙе күп нәмәнән мәхрүм итәбеҙ. Ҡала етәкселәре саҡырмай икән, яҙыусыларҙы мәктәптәр, училещелар саҡыра ала бит осрашыуға. Башҡорт үҙе ҡайғыртмаһа, уның ҡайғыһын кем хәстәрләр? Ҡасанға тиклем беҙ ҡолдар психологиһы менән баш эйеп йәшәрбеҙ икән? Хәҙерге заманда үҙ мәнфәғәтебеҙҙе үҙебеҙ ҡорал көсө менән түгел (башҡортто ҡырып һалыр өсөн бик уңайлы сәбәп булыр ине), ә ойошҡанлыҡ һәм аҡыл көсө менән берҙәм сығыш яһап яҡларға тейешбеҙ!
И.Әбйәлилбаш,
Сибай ҡала Советы депутаты
"Атайсал" №33 24 август 1991 йыл
********************
Шәхси фекер
ФАМИЛИЯЛАР НИ ҺӨЙЛӘЙ?
Һеҙҙең күптәрегеҙҙең Григорьев, Григоренко, Григореску, Григорян, Петров, Петренко, Петреску, Петросян фамилияларын ишеткәнегеҙ барҙыр. Был фамилиялар кешеләрҙең ниндәй милләттән икәнлеге тураһында ла һөйләй. Мәҫәлән, Григоренко, Петренколар сығыштары менән украин, Петросян, Григоряндар - әрмән, Григореску, Петреску - молдован һ.б. Украина, Әрмәнстан, Молдова һәм Балтик буйы халыҡтары һ.б. фамилияһы буйынса ғына ла (газетанан уҡып, радио, телевидение аша ишетеп) үҙҙәренең милләттәрен таный, туплана алалар. Шуғалыр ҙа милли фамилиялары булған аҙ һанлы халыҡтар ҙа тарҡау түгел.
Фамилия - миләттең тамғаһы ул. Дөрөҫ, ҡатнаш никахтар арҡаһында улар бутала. Тик үҙ милләтенең фамилияһын, тамғаһын йөрөткән кеше генә бер нисә быуындан һуң да үҙенең милләтенә кире ҡайта ала.
Ни өсөн кәрәк һуң башҡорт фамилиялары?
Хоҡуҡи дәүләттә кеше хоҡуҡтарын милләт хоҡуҡтарынан өҫтөн ҡуялар. Шул уҡ ваҡытта Россия Федерацияһы граждандарының яңы паспортында кешенең милләте тураһында мәғлүмәт бирелмәйәсәк. Кешенең милләте менән туранан-тура ҡыҙыҡһыныу әҙәпһеҙлек булып һаналасаҡ. Һәм ошо ваҡытта үҙ фамилялары булған күп һанлы милләттәр өҫтөнлөк аласаҡ. Улар аҙ һанлы милләттәрҙе "йотасаҡ".
Үҙ фамилияңды алыу үҙенә күрә яңы дин ҡабул итеү менән бер ул. Белеүегеҙсә, Афғанстанда әсирлекә төшкән Сергейҙарҙы - Сөләймән, Ивандарҙы Исмәғил тип атағандар. Россия халыҡтарын суҡындырғанда, киреһенсә Исмәғил - Иван, Сөләймән - Сергей булып киткән.
Башҡорт халҡы тарҡау хәлдә йәшәй. Был бигерәк тә тел тарҡаулығында күренә. Тик башҡорт -  башҡорт булып ҡалырға хаҡлы: ниндәй телдә - саф башҡорт телендәме, әллә татарлашҡан дилектта һөйләшеүенә ҡарамаҫтан. Баймаҡ башҡорто үҙенең Туймазылағы, Борайҙағы, Баҡалылағы милләттәшен фамилияһы буйынса ғына ла таный алһын һәм киреһенсә. Татарлашып бөтөп барыусы һәм башҡорт телле башҡорттарҙы берләштереүсе булып башҡорт фамилиһы торорға тейеш. Был әҙәби башҡорт телен таратыуҙа ла ярҙам итер ине. Бер үк төрлө фамилияға ышыҡланып башҡорт милләтенә ҡаршы эш итеү осраҡтары барып сыҡмаҫ ине.
Ҡайҙа ғына юҡ башҡорт ҡәбере! Туғандар ҡәберлектәре таштарында Ибраһимов, Әхмәтов, Мәхмүтов, Сөләймәнов һ.б. фамилияларҙы уҡырға тура килгәне бар. Тик уларҙың ҡайһыһы башҡорт һуң? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фамилия быға яуап бирмәй.
Ваҡыт үтер. Ығы зығы онотолор һәм һәр милләт тормош ҡанундары буйынса йәшәүен дауам итер. Шул тормош закондарында фамилия ла ҙур урын алып тора. Башҡорт фамилиһын булдырыу беҙҙең бурыс, тип уйлайым, киреһенсә булһа беҙ кеше хоҡуҡтарының ҡорбаны булып, ассимиляцияға аҙағынса дусар ителәсәкбеҙ.
Башҡорт фамилияларын нисек барлыҡҡа килтерергә? Был турала ғалимдар, тел белгестәре һәм тарихсылар үҙ һүҙҙәрен әйтергә тейеш. Ә мин иһә, уйынлы ысынлы "Йәшлек" газетаһында "баш" һүҙен ҡулланырға тәҡдим иткәйнем. Мәҫәлән, Исмәғилев түгел, ә Исмәғилбаш йәки Исмәғилбашев, Мусин урынына Мусабаш йәки Мусабашев.
Башҡорт фамилиялары тураһында һүҙ йөрөтөү беҙҙең эске эш һәм башҡа халыҡтарҙың был мәсьәләгә ҡыҫылырға хаҡы юҡ. Элегерәк, башҡа милләт халыҡтары менән тығыҙ бәйләнештә йәшәмәгәндә, башҡорт фамилияларының кәрәге булмаған. Ә хәҙер заманалар икенсе. Башҡорт фамилияһын булдырыу халҡыбыҙға милли ығы-зығынан цивилизациялы юл менән сығырға ла ярҙам итер һәм башҡорт халҡы үҙбилдәләнешенең бер төрө булыр ине.
И.ӘБЙӘЛИЛОВ
Сибай ҡала Советы депутаты, Башҡорт халыҡ крнгресын ойоштороу комитеты ағзаһы.
"Башҡортостан" № 17 25 ғинур 1992 йыл.
******************** 
Беҙҙең сығыштар эҙенән
№17, 25 ғинуар

Хоҡуҡтарыбыҙҙан файҙаланайыҡ
И. Әбйәлиловтың "Башҡортостан" газетаһында донъя күргән "Фамилиялар ни һөйләй?" исемле мәҡәләһен уҡып сыҡҡас, үҙ фекерҙәремде яҙып ебәрмәксе булдым. Уның авторы менән тулыһынса килешәм; беҙгә мотлаҡ башҡорт фамилияларын булдырырға кәрәк. Урыҫ фамилияһының "ов" ялғауын "...баш" менән алмаштырыу тәүге ҡарамаҡҡа ғына килешмәй кеүек. Минеңсә, унан да яҡшы тәҡдим булмаҫ. Хатта ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙ фамилияларыныңда бер үк "баш" ялғауы менән тамамланыуы мөмкин: Ибраһимбаш Тәлғәт Закир улы йә Ибраһимбаш Гүзәл Солтан ҡыҙы.
Россия хөкүмәтенең буласаҡ яңы паспорттар аша йәшертен политикаһы ("Кешенең милләте менән туранан-тура ҡыҙыҡһыныу әҙәпһеҙлек булып һаналасаҡ"?!), йәғни, унда милләт танытмаһы булмаясаҡ Федерацияға ингән аҙ һанлы халыҡтарҙы бөтөнләй "йотоуға" килтерәсәк. Ассимиляция тағы ла көсәйәсәк. Бындай паспорттарҙан беҙ баш тартырға тейешбеҙ.
"Суверенлы" тип аталған күп милләтле республикабыҙҙа формаһы яғынан да милли булған фамилияларыбыҙҙы һәм паспорттарыбыҙҙы үҙебеҙ булдырайыҡ.
Бында ла Россия артынан эйәреп, халыҡтар араһында буталыш тыуҙырмайыҡ.
Ф. ШӘЙХИСЛАМОВ.
Өфө.
"Башҡортостан" №23 4 февраль 1992 йыл
********************
Бәхәс ҡорам
АТЫҢ КЕМ, ЗАТЫҢ КЕМ, БАШҠОРТ?
Китап, журнал, гәзит уҡығанда фамилиялар осрай ҡалһа, күбеһенең милләте кем икәнен аңлап тораһың. Мәҫәлән, Филенко - украинец, Кикабидзе - грузин, Алмаян - әрмән, Улманис - латыш һ.б. Кәримов фамилияһы килеп осраһа, ҡапыл ғына уның хужаһы ниндәй милләт вәкиле икәнен әйтеүе бик ҡыйын. Сөнки бындай фамилия башҡортта ла, татарҙа ла, ҡаҙаҡта ла, үзбәктә лә, һанай китһәң, мосолман динле элекке СССР-ҙа йәшйәгән төрки халыҡтарҙың барыһында ла бар.
Нишләп ҡайһы берәүҙәрҙең фамилияһына ҡарап ниндәй милләттән икәнен белеп була, ә беҙ, Рәсәй төркиҙәре, бер төрлө кейем кейгән һалдаттар һымаҡ, айырылғыһыбыҙ? Нимә ул фамилия һәм ни өсөн кәрәк ул кешегә? М. Фасмерҙың "Урыҫ теленең этимологик үҙлеге"ндә ул һүҙ күпселек славян, роман-герман халыҡтарында - ырыу, ғаилә, нәҫел аңлатмаһын бирә, йәғни ул, ысынлап та, быуындан-быуынға күсә килгән ғаилә, исем, билдә, милләт тамғаһы.
Башҡорттарҙа фамилия тигән аңлатма урыҫтарҙың баҫып алыу (колониаль) сәйәсәтенән һуң барлыҡҡа килгән, тип әйтеп булалыр. Ошо ваҡытҡа тиклем өс дәүерҙе бүлергә мөмкин:
- XIII быуаттың яртыһына тиклем исем заттар саф башҡорт телендә булғандыр тигән уй бар;
- монгол илбаҫарҙарынан һуңғы осорҙа исемдәрҙә үҙгәрештәр башланыуы бик мөмкин;
XIV - XVI - быуаттарҙа Ислам дине таралыу дәүерендә исемдәрҙең ғәрәпләшә барышы бик көслө йүнәлеш ала.
Шуға күрә башҡорт ономастикаһында (грекса - исем ҡушыу оҫталығы) фарсы, ғәрәп исемдәренең йоғонтоһо көслө, монголдыҡы һиҙелмәй тиерлек.
Хәҙерге фамилияларҙы йөрөткән төркиҙәрҙең милләтен паспортына (шәхеснамә) ҡарап ҡына белеп була. Бөйөк дәүләт сәйәсәте алып барған Рәсәй сәйәсмәндәре алыштырыласаҡ паспорттарҙа кешенең милләтен күрһәтеү кәрәкмәй, уның милләтен тикшереү әҙәпһеҙлек , тиҙәр. Был осраҡта беҙ, Рәсәй төркиҙәре, "руссиян" булып китәсәкбеҙ, тимәк, башҡорт та, татар ҙа, ҡаҙаҡ, үзбәк, нуғай, ҡалмыҡтар ҙа юҡ - рәсәйҙәр генә бар.
Был сәйәсәт бик хәүефле. Әле лә урыҫтар башҡортто татарҙан айырмай. Паспорт алышынғас, "Я не татар, ә башкир", тиһәң, "какая разница" тигән яуапты ишетеүе шикһеҙ.
1892 йылда (оригиналда - гәзиттә шулай яҙылған) И. Әбйәлилев башҡорт фамилияларын булдырыу хаҡында "Башҡортостан" гәзите аша сығыш яһап, фамилия яһаусы төп һүҙ итеп "баш"ты тәҡдим иткәйне. Уға Өфөнән Ф.Шәйхисламов менән М. Хәйҙәров фекерҙәш булдылар. 6-7 йыл ваҡыт үтеп китте, әммә был хаҡта  ләм -мим. Күпме башҡорт хәрәкәттәре, фирҡәләре, милли үҙәктәре бар - берәү бер һүҙ өндәшмәй. Тел белгестәренең дә тауышы ишетелмәй. Терминология комиссяһы ла ауыҙына һыу уртлаған. Барыһы ла һәйбәт, тыныс - бына рәхәт донъя. Юҡ, әфәнделәр! Халыҡ һеҙҙе үҙенә хеҙмәт итер өсөн ҡуйған, йә булмаһа фирҡә, үҙәктәрҙе ойоштоғанда һеҙ үҙегеҙ халыҡҡа хеҙмәт итеүҙе, уның мәнфәғәттәрен күҙәтеүҙе үҙ өҫтөгөҙгә алғанһығыҙ. Шуның өсөн уйланығыҙ, тәҡдим итегеҙ, хафаланығыҙ, эшләгеҙ. Халыҡ файҙаһына.
Бәләкәйерәк саҡтарҙа ололар:
- һин кем балаһы, улым? - тип һорай инеләр.
- Ишбулдының улы, - тиһәң,
- Ә Йылҡыбай тоҡомо (йәки заты) икәнһең , - тиерҙәр ине.
Башҡортостандың халыҡ шағиры, халҡыбыҙҙың намыҫы Мостай Кәрим бер әҫәрендә "атын һорап, затын һорап тормаған" тигән юлдар бар.
Тағы ла: аҫыл заттар - ата-бабалары уҡымышлы, билдәле, ил өсөн күп файҙа күрһәткән кешеләр.
Өс бәләкәй генә миҫал килтерҙем. Өсөһөндә лә зат тигән һүҙ бар. Йылҡыбай заты - Йылҡыбай уҙамандан таралған ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙҙар, йә иһә оло бер ғаилә ағзалары.
Атын, затын, йә булмаһа исем - фамилияһын һорап тормаған.
Аҫыл зат - билдәле фамилия йөрөтөүсе.
Әгәр минең фекер ағышына иғтибар итһәгеҙ, зат һүҙе фамилия тигәнгә тап килә түгелме һуң? Ошоларҙан сығып, башҡорт фамилияларын яһауҙа зат һүҙен ҡулланырға тәҡдим итәм.
Миҫал: Дәүләтша затлы Ишбулды ҡыҙы Ләлә, йәки Рәхимзат Мортаза Ғөбәйҙулла улы, Дәүләтшазат Ләлә Ишбулды ҡыҙы.
Башҡа төрҙәрҙе лә инҡар итергә ярамай:
Ғафури, Ниғмәти, Гәрәй Дәүләт улы Баймаҡлы йәки Ислам Риза улы Башҡорди. Тағы ла Урал Исмәғил улы Бөрйәни (Тамьяни, Үҫәргәни һ.б.)
Үҙ илебеҙҙә, күп милләтле Башҡортостанда формаһы буйынса яғынан да, йөкмәткеһе менән дә дә милли фамилия булдырыу  һәм уны тормошҡа ашырыу эшенә тотонайыҡ. Юғиһә, меңәр йыллыҡ тарихы булған, Рәсәй мәиләкәтен дер һелкеткән, батшаларға баш эймәгән башҡорт башҡа "туғандаш" халыҡтар менән буталып, үҙенсәлеген юғалтып, үҙе лә юғалып ҡалыр.
Р.ЙЫЛҠЫБАЙ
"Йәшлек" №14 6 февраль 1999 йыл.
********************
("Атың кем, затың кем, башҡорт?", 6 февраль, 1999 йыл) 
Исемдә - милләт тамғаһы
 Ваҡытлы матбуғатта заманында, ысынлап та, башҡорт милләтле кешеләрҙең фамилияларын "-ов(ова)" һәм "-ин(ина)" ялғауҙарынан арындырыу ихтияжы тураһында һүҙ булып алғайны. Бына әле лә "Йәшлек"тә Р. Йылҡыбай атлы туған мәсьәләне яңынан күтәрә.
Авторҙың тәҡдимдәрен бик бәҫле, дәлилле һанайым. Әммә ләкин фамилияларыбыҙ алдына "баш" тигәнде ҡуйып йәки уны артҡа тағып, килешле генә нәмә килтереп сығара алмабыҙҙыр. Минең, мәҫәлән, Бәһмән исеменән боҙоп яһалған фамилияны "Башбәһмән" йәки "Бәһмәнбаш" тип үҙгәртеү уңайлы уҡ түгел. "Башаҫылғужа" йәки "Аҫылғужабаш"ты сағыштырып ҡарағыҙ. Ә бына исемдәр аҙағына "зат" ҡушыу отошлораҡ күренә: "Бәһмәнзат", "Аҫылғужазат", "Кәримзат", "Ғөбәйҙуллазат" һ.б. Шул уҡ ваҡытта "Дәүләди", "Кәрими" йәки "Баймаҡлы","Бөрйәни" кеүектәрҙе лә ҡулланырға бик мөмкин, Р.Йылҡыбай әйткәнсә.
"Урал" башҡорт халыҡ үҙәге һәм Башҡортхалыҡ конгресы эштәрендә ҡатнашҡан мәлдәрҙә мин милли перепись үткәреү, милли паспорт булдырыу ихтияжы тыуғанлығына ышандырырға тырышҡайным күптәрҙе - алйотҡа һанабыраҡ ҡаранылар. Күрәһең, аңлатып еткерә алмағандырмын, әллә быларҙың аңлау кеүәһе етмәгәйнеме? Бер уйлаһаң, фамилияға милли тамғалар тағыу - әлеге шул паспортлаштырыу, халҡыбыҙҙың ысын иҫәбен алыу бит асылда.
Әйткәндәй, 1989 йылғы халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында фатирыбыҙға килгән бик мөләйем ҡыҙ бланкыларҙы ябай ҡәләм менән тултырҙы. Дау күтәргәс, ул инструкцияға һылтанды. Әгәр иҫәп алыусы ҡыҙ башҡорт милләтенән булмаһа, эште ҙурға ебәрә инем... Перепись бланкыһында аҙаҡтан минең милләтем, телем тураһындағы мәғлүмәттәр үҙгәртелмәҫенә кем гарантия бирә һуң? Ҡәләм менән яҙылғанды юйыуы һәм шул уҡ ҡәләм менән башҡаса төҙәтеп ҡуйыуы - ике тин бер аҡса бит переписчикҡа ла, информацияларҙы машинаға индереүселәргә лә. Һәр кем үҙе хаҡындағы мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөн ҡарап-тикшереп йөрөй аламы һуң беҙҙә? Ҡыҫҡаһы, һорауҙар күп. Шуға күрә милли фамилия, милли перепись, милли паспорт - кисектерелмәй хәл ителергә тейешле мәсьәләләр.
Әле Башҡортостанда Рәсәйҙең яңы паспорттары, милләтте теркәгән графаһы юҡлыҡтан, ҡулланылыуға индерелмәйерәк тора. "Бойондороҡһоҙ" Башҡортостан бөгөн Мәскәүгә бойондороҡло икән, ул паспорттарҙы ла алмай хәлебеҙ ҡалмаясаҡ. Башҡортостан гражданлығын күрһәткән паспорттар индереү - реаль суверенитет яулауҙа үҙенсәлекле аҙымдыр. Шул паспортта яҙылһын әйҙә: Иванов урыҫмын тип, Аҙнабайзат башҡортмон тип... Кем нисек теләй!
Һүҙ аҙағында тәҡдимем шул: республика кимәлендә махсус эш комиссиһы булдырыу фарыз. Ул бер ике йыл эсендә аныҡ тәҡдимдәр эшләп, юғары органдар ҡарауына аныҡ мәсьәләләр индерергә тейеш. Мәсьәләләрҙең хәл ителеше иһә баштан уҡ ирекле шарттарҙа барырға тейеш, йәғни кем "Баһуманов " ҡала, кем "Бәһмәни"гә йәки "Бәһмәнзат"ҡа әүерелә. Быныһы инде һәр ғаиләлә хәл ителә.
Фамилияларыбыҙ "Юлаев сын" йәки "Галина дочь" тигәндәрҙән килеп сыҡҡан һәм бер ниндәй ниндәй ҡарарһыҙ-законһыҙ ҡулланылып киткән. Ваҡыттар етеү менән исемдәрҙе үҙгәртеү ихтияжы килеп тыуа икән - ғәжәп түгел, ғәйебе лә юҡ бының. Был - бик етди эш.
Ваҡытлы матбуғат әһелдәренә теләк шул: теманы "һыуытмай" йыл буйы алып барһағыҙ, һөҙөмтәгә өлгәшербеҙ. "Урал" үҙәге лә, Башҡортостан халыҡ партияһы ла , бүтән милли ойошмалар ҙа мәсьәләгә йөҙ менән боролһон. Юғиһә, кисә Черномырдин хаҡына "Йортобоҙ - Рәсәй" тип ҡойроҡто бер яҡҡа, бөгөн Лужков хаҡына "Отечество" тип икенсе яҡҡа, иртәгә фәлән-фәсмәтән хаҡына "Единая, неделимая" тип өсөнсө яҡҡа һелтәүҙәрҙән абруйыбыҙ артмаҫ.
Аҫылғужа Ишемғужа улы БӘҺМӘНЗАТ.
"Йәшлек" №5 18 март 1999 йыл.
********************
Мотлаҡ шулай булырға тейеш! 
Мосолман фамилияларын, ялғауҙарын үҙгәртеү тураһындағы тәҡдимдәрҙе хуплайым. ("Атың кем, затың кем, башҡорт?", 6 февраль, "Исемдә милләт тамғаһы", 18 февраль, 1999 йыл). Күптән был мәсьәләгә үҙ ҡарашымды яҙырға йыйына инем.
Ысынлап та, ниңә фамилиялар милләткә генә хас ялғау менән йөрөмәҫкә тейеш?! Күптән кәрәк, әйҙәгеҙ, берҙәм ҡуҙғалып, дөйөм ҡарар сығарып (Ҡоролтайҙа), ошо эште атҡарып, закон менән нығытып ҡуяйыҡ.
Азат КИНЙӘЗАТ.
Күмертау ҡалаһы.
Әгәр яңы паспорт алһаҡ...
Шәхеснамә - шәхестең төп документы. Әгәр яңы өлгөһөн бирә башлаһалар. СССР-ҙа паспорт алыштырыу ваҡытында ебәрелгән хаталарҙы ла иҫәпкә алыу кәрәктер. Әллә ҡайҙан миҫал эҙләмәй, үҙемдең документтан ғына ҡарап та уларҙы әйтә алам. Беренсенән, тыуған көнөм урынына тыуыу тураһындағы таныҡлыҡ бирелгән көн "менеп" ултырған. Икенсенән, иҫке документта иремдең үлеме хаҡында яҙыу булһа ла, яңыһында мин әле һаман уның менән "никахта торам". Өсөнсөнән, исемем дә, тыуған ауылым атамаһы ла дөрөҫ яҙылмаған.
Шуға күрә географик атамаларҙы урыҫсаға тәржемә иткәндә урыҫ ялғауҙарын көсләп "таҡмайыҡ" тип әйтмәксемен. Исем-шәрифтәрҙе яҙыуҙа ла улай былай борғолауҙы туҡтатайыҡ. Үҙебеҙсә, мосолманса булһын әйҙә.
Гәзит уҡыусылар минең тәҡдимемә үҙ фекрҙәрен әйтер тип уйлайым.
С. БӘКЕРОВА.
Өфө ҡалаһы.
РЕДАКЦИЯНАН. Салауат районында ауыл исемдәре ҡыҫҡара башлаясаҡ та инде. Бындай ҡарар район советының сираттағы сессияһында ҡабул ителгән. Уға ярашлы, 14 ауыл, бер ҡасаба советына ҡараған ауылдарҙың исеме урыҫса яҙылышында -ово, -ино кенек "ҡойроҡ"тарҙан ҡотоласаҡ. Мәҫәлән, Мөрсәлим - Мурсалим тип яҙыласаҡ (элек Мурсалимкино ине), Арҡауыл - Аркаул (Аркаулово), Миәшәгәр - Мещегар (Мещегарово) һ.б.
"Йәшлек" №28 13 март 1999 йыл.
********************
Шаңдау
Күптән күтәреләһе мәсьәлә!
Мине Р. Йылҡыбай менән Аҫылғужа Бәһмәнзаттарҙың ("Атың кем, затың кем, башҡорт?", "Йәшлек", 6.02.99; "Исемдә милләт тамғаһы", 18.02.99) мәҡәләләре ҡәләм алырға мәжбүр итте.
Ике автор ҙа бик күптән хәл ителергә тейеш мәсьәләне күтәрә. Беренсенән урыҫ паспорты сығарып, Рәсәй дәүләтендә йәшәгән бөтә башҡа милләттәрҙе "урыҫлаштырыу" сәйәсәте алып барыла. Икенсенән, ни өсөн беҙ - башҡорттар - үҙебеҙҙең милләт әллә ҡайҙан ҡысҡырып торған яңы фамилия алмайбыҙ? Ә зат тигән ялғау ҡушыу бик тә килешеп тора. Әзербайжандар паспортында "Магамед уғлы" тип яҙа, ә беҙ? Ғөмүмән, беҙгә, башҡорттарға, үҙ паспортыбыҙҙы булдырырға күптән ваҡыт. Аллаға шөкөр, башҡорт телен дәүләт теле кимәленә күтәрҙек.
Башҡортостан бойондороҡһоҙ дәүләт икән - үҙе үҙ республикаһында халыҡ һанын алыуҙы үткәрһен, тик 1989 йылғы кампания ваҡытындағы кеүек, милләтте ҡәләм менән яҙып сығып китмәһендәр, ә һәр кемдең күҙ алдында ручка, тушь ҡараһы менән яҙһындар! Шул сағында инде, ысынлап та, күпме башҡорт барлығын белербеҙ. Ә башҡа өлкәләрҙә йәшәгән башҡорттарҙың беҙҙәге зат, нәҫел күрһәтелгән фамилияға күсеүе - үҙ теләктәрендә.
Минеңсә, зат һүҙе башҡорттарға бик тап килә. Олораҡ бабайҙар беҙҙән әле лә, һин кем улы, кем заты,йә, кем нәҫеле, тип һорай. Яуап бирһәң, ә, Яҡуп затынан икән, уның дүрт улы бар ине, һеҙ күп булырға тейешһегеҙ, һеҙҙең зат юғалмаясаҡ, тип ҡуйырҙар. Минеңсә, "Йәшлек" гәзитендә был темаға бик күп мәҡәлә сығасаҡ. Шуға ла әле үк "Урал" башҡорт халыҡ үҙәге милли перепись үткәреү, милли паспорт булдырыу, юллау һәм башҡорт фамилияларына "Зат" ялғауын ҡушыу өҫтөндә эшләп, ошо хыялдарҙы тормошҡа ашырыуҙы әҙерләһен ине. Мин бик ябай яҙҙым, үҙем һәм ауылдаштар, туғандар теләген еткерҙем. Беҙҙең ғаилә бындай яңылыҡты хуплай һәм оҙаҡҡа һуҙылмай законлы рәүештә индерелер тип көтөп ҡала.
Фәһим ЯҠУПЗАТ.
Миәкә районы.
"Йәшлек" №35 30 марта 1999 йыл.
********************
Шаңдау
Ҡойроҡ тағыусыларҙы туҡтатайыҡ!
Республика гәзиттәрен ҙур әүәҫлек менән ҡарап барам. Бынан бер нисә йыл элек "Йәшлек"тә Ф.Шәйхисламовтың башҡорт фамилияларына ҡағылышлы мәҡәләһен уҡып бер шикләнһәм, яңыраҡ Р.Йылҡыбайҙың (6.02.99), уға эйәреүсе Бәһмәнзаттың (18.02.99) яҙмаларын ҡарап тағы аптыраным.
"Дуҫтар, ағайҙар!" - тиер инем мин. Юҡ менән булашмағыҙ, ахмаҡланмағыҙ! Ни өсөн? Сөнки "баш", "зат" һүҙҙәрен фамилия аҙағына ҡуйып ҡына милләтте милләт яһап булмай. Милләт төшөнсәһе һәр кешегә сәңгелдәктән бирелергә тейеш. Кешенең күңелендә бөрөләнеп сәскә атһа ғына беҙ милләтте һаҡлап алып ҡаласаҡбыҙ.
Матбуғат аша ғына аҡыл өйрәтеү ысулын өнәмәйем. Иң беренсе нәүбәттә беҙгә, атап әйткәндә, башҡорт зыялыларына, башҡорт булып ҡалыу кәрәк, артабан балаларыбыҙҙы, ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙе, һаулыҡ булһа, бүлә-бүләсәләребеҙҙе милли рухта тәрбиәләү фарыз: үҙҙәре милләт өсөн янып-көйөп йөрөгән булалар, ә асылда иһә балалары хатта икмәк тоҙлоҡ та һупаламай. Мин урыҫ телен өйрәнмәһендәр, тимәйем. Рәхим итһендәр, һыу кеүек эсә күрһендәр, биш - алты тел белһендәр, әммә туған телде лә онотмаһындар.
Ҡыҫҡаһы, фамилияларҙы боҙоп, алды-артына ҡойроҡ тағырға тырышыусылар юл ҡуймаҫҡа (ҡойроҡ болғаусылар күбәйеүе ихтимал, былай ҙа етерлек)! Нисек булған, бар - алдағы быуатҡа ла ошо ҡиәфәттә аҙым яһайыҡ! Күңелебеҙ менән башҡорт булып ҡалайыҡ!
Илдар АҠЪЮЛОВ.
Өфө ҡалаһы.
"Йәшлек" №40 10 апреля 1999 йыл.
********************
Асыҡ трибуна
Юҡ-бар менән булышҡансы
"Йәшлек" гәзите биттәрендә сыҡҡан мәҡәләләр ("Атың кем, затың кем, башҡорт?", "Исемеңдә милләт тамғаһы", "Күптән күтәреләһе мәсьәлә!", "Йәшлек", 6.02.99, 18.02.99, 30.03.99) һәм башҡа төрлө сәбәптәр ҡулыма ҡәләм алырға мәжбүр итте.
Өс автор ҙа, минеңсә, юҡ-бар менән булыша. Әлеге заманда ваҡытында эш хаҡы, пенсия, балаларға пособие түләү, йәштәргә эш урындары булдырыу, кем эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләй уларға кредит бүлеү, фермерҙарға хәкүмәт тарафынан ярҙам күрһәтеү кеүек мәсьәләләр хәл ителергә тейеш. Тормошто үҙгәртерлек эш һәм закондар тураһында яҙырға кәрәк. Әйтәйек, башҡорт фамилияларына "зат" тип ялғау ҡуштыҡ, ти, нимә үҙгәрә һуң? Шулайзат, Былайзат тип күкрәк һуғып йөрөргә ҡаламы? Бының өсөн аҡса түккәнсе, исмаһам, берәй ауылға юл һалып ҡалдырыу хәйерлерәк. Бына "Йәшлек"тә миңә үткән һуғыш тураһында хәтирәләр рубрикалары оҡшамай. Уның урынына Президент Мортаза Рәхимовтың эшмәкәрлеге тураһында һәм Закондар сығарыу Палатаһы ниндәй закондар сығарып ятыуы хаҡында белһәк, һәйбәт булыр ине. Әтеү, һайлағанда һайлайбыҙ ҙа, улар нимә эшләй - белгән дә, ишеткән юҡ. Ҡоролтай Башҡарма комитеты халыҡ өсөн ниндәй эш башҡара, кәрәкме ул беҙгә? Тағы ошондай һорау бирергә теләйем: пропискаһыҙ Өфөлә һәм башҡа ҡалаларҙа эшкә алмаҫҡа тигән ҡарарҙы кем сығарған? Әгәр ҙә ҡала пропискам булмаһа, ауылда торам икән, мине эшкә алмайҙар. Ундай мәғәнәһеҙ документтар кеше хоҡуғын боҙа, тип уйлайым. Әгәр ҙә әле үк иҡтисади кризистан сығыу тураһында уйламаһаҡ, киләсәккә өмөт һүнәсәк. Өмөт һүнһә... . Ҡалғанын үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ. Өндәшмәйенсә баш эйеп йөрөһәк, бер кем дә килеп эшләмәҫ тә, ярҙам ҡулы ла һонмаҫ. Минеңсә, Дәүләт контроль комитеты булдырылырға тейеш. Һалым түләүселәрҙең аҡсаларының ҡайҙа киткәнен, тегендә-бында сарыф ителгәнен, бюджеттың аҡсаһы файҙаға тотоноламы-юҡмы, депутаттарҙың биргән вәғәҙәләре үтәләме-юҡмы икәнлеген белергә тейеш һәм белергә хаҡы бар.
М.ШАҠМАН.

Архангель районы.

"Йәшлек" №47 27 апрель 1999 йыл.
********************
ШАҢДАУ
Ярлыҡ тағыу түгел, дәлилдәр кәрәк!
Кем нимә өсөн алдыралыр "Йәшлек"те, белмәйем, үҙемә килгәндә, кешеләрҙең фекерен ишетеү, үҙемдекен ишеттереү өсөн. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һаман да "Советтар Союзында секс юҡ" кеүек бер ниндәй дәлилһеҙ лаф ороуҙар, ярлыҡ тағыуҙар дауам итә. 10 апрелдә донъя күргән "Ҡойроҡ тағыусыларҙы туҡтатайыҡ" тигән мәҡәләне лә шулар рәтенә индерер ине. "Ахмаҡланмағыҙ" ҡойроҡ болғаусылар" - былар төп дәлилдәр. Бүтәндәре ошолайыраҡ: "Милләт төшөнсәһе һәр кешегә сәңгелдәктән бирелергә тейеш..." Тап фамилия бала тыуғас та, әле бер ауыҙ һүҙ белмәгәндә, бирелә һәм автоматик рәүештә эшләй башлай. Милли рухта тәрбиәләү, тел өйрәнеү тураһында ла яҙа автор. Быны бер кем дә инҡар итмәй. Ә ҡайҙа һуң бүтән дәлилдәр? Улар юҡ. Үрҙә күрһәтелгән мәҡәләнең авторы күрмәгән, белмәгән сит кешеләр тураһында" ахмаҡланыу" тип яҙыуҙан тартынмай. Аҡъюлов әфәнде үҙенең һүҙҙәре өсөн "дуҫтар, ағайҙарҙан" ғәфү үтенергә тейеш беренсе нәүбәттә. Шунан инде, үҙенең дөрөҫлөгөн иҫбат итәм тиһә, гәзиттә башҡорт фамилияларына ҡаршы дәлилдәр килтерһен. Шунда һөйләшербеҙ. Ә хәҙер һүҙ әрәм итеп торғо килмәй.
Мин, демократик илдең гражданы булараҡ, динде, милләтте, эште, йәшәү урыны һ.б. рәтендә фамилиямды ла үҙгәртергә хоҡуҡлымын. Динде, милләтте үҙгәртергә йыйынмаймын, ә фамилиямды бөтә ғаиләм менән (ҡатын һәм дүрт бала) үҙгәртәсәкмен. Быны эшләргә бер ниндәй Аҡъюловтар ҙа тотҡарлай алмай - заманаһы шулай. Әлегә фамилияһын рәсми рәүештә башҡортлаштырған ике генә кешене беләмен: Зәки Вәлиди Туған һәм Мөхәмәт Ирекле. Беренсеһе бөтә донъя, икенсеһе - ябай Сибай гражданы. Был эш берәй ҡалыпҡа һалынырға һәм законлаштырылырға тейеш. Сөнки фамилияһына кем ниндәй ялғау теләй шуны ҡуша башлаһа, процестың файҙаһынан зыяны күберәк буласаҡ. Мөмкинлектән файҙаланып, гәзит аша депутаттарға мөрәжәғәт итмәксемен.
Мин, Әбйәлилов Ишбулды Сәлимйән улы, фамилиямды үҙгәртергә тулы хоҡуҡҡа эйәмен һәм фамилиямдың башҡортлаштырылған вариантын алырға теләйем. Тик таянырлыҡ хоҡуҡи нигеҙ юҡ. Шул сәбәпле, үҙемдең хоҡуғымдан файҙалана алмайым. Фамилияларҙы башҡортлаштырыу буйынса фәнни тәҡдимдәрҙе һәм хоҡуҡи документтарҙы эшләү һәм уларҙы раҫлатыу өсөн тейешле органдарға рәсми рәүештә мөрәжәғәт итеүегеҙҙе һорайым.
Ихтирам менән Ишбулды ӘБЙӘЛИЛОВ.
Сибай ҡалаһы.
"Йәшлек" №47 27 апрель 1999 йыл.
********************
ҠАТЫН - ҠЫҘҘАР ИРГӘ ӘЙЛӘНҺӘ...
Башҡорт теленә ҡағылышлы бөтә мәҡәләләрҙе лә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡып барабыҙ. Тик беҙ, Бөрө башҡорттары, ҡайһы бер мәҡәләләр менән килешеп бөтә алмайбыҙ.
Билдәле булыуынса, әҙәби тел ошо телдә һөйләшеүселәрҙең төрлө диалекттарынан һәм һөйләштәренән яһалған. Башҡорт теле лә шулай уҡ. Әҙәби башҡорт телендә Башҡортостандың 54 районында йәшәгән бер башҡорт та һөйләшмәй, һәм, уның кәрәге лә юҡ. Сөнки ерле һөйләш, диалекттар үҙҙәре билдәле бер кимәлдә бөгөнгө әҙәби телде байытырға тейеш, ә әҙәби тел үҙе ниндәйҙер һөйләш кимәленә төшөргә тейеш түгел.
Беҙҙең Бөрө дәүләт педагогия институтында инде өсөнсө йыл урыҫ-башҡорт бүлеге эшләп килә. Бында күпселек төньяҡ - көнбайыштан килгән йәштәр уҡый (Борай, Мишкә, Тәтешле, Ҡариҙел, Асҡын һ.б.). Улар ҙур теләк менән әҙәби башҡорт телен өйрәнә, киләсәктә уны ошо төбәктә йәшәгән башҡорттарға өйрәтерҙәр, тигән оло өмөт менән йәшәйбеҙ һәм эшләйбеҙ.
Ғөмүмән, башҡорт теленең дәүләт теле статусы алыуы беҙҙең өсөн оло ҡыуаныс булды.
Хәҙер фамилияларға ҡағылышлы ҡайһы бер мәҡәләләргә ҡарата үҙебеҙҙең фекерҙе әйтеп үтке килә. Бәғзе бер авторҙарҙың башҡорт фамилияларын урыҫ суффикстарынан арындырыуы тураһында яҙған мәҡәләләренә ҡушылабыҙ. Ләкин, бөтәһе менән дә килешә алмайбыҙ. Зат-сат тибындағы ялғауҙар ҡабул иткәс, урыҫтан килгән -ов, -ев, -ин кеүек фамилияларҙан айырылырмы һуң башҡорт?
Азербайжандарҙың -зат ялғауы - иран сығышлы. Ә Иран телендә "задә" - балаһы, улы тигән мәғәнә бирә. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлегендә "зада" (фарсы) 1. Ир бала. 2. Баш кешенең улы, тип бирелгән (БТҺ, 1 том, М., 1993, 342-се бит). Әгәр беҙ үҙебеҙ, ир кеше булараҡ, -зат тигән ялғау ҡушһаҡ та, ҡатындарыбыҙ, ҡыҙҙарыбыҙ нисек "ир бала" булып йөрөр һуң?
Эйе, урыҫ фамилияларына оҡшатып яһалған фамилияларҙан арынырға ваҡыт. Бында беҙгә төрөктәрҙән өйрәнергә кәрәктер. Улар тыуған ер, һөнәр, билдәле берәй сағыу һыҙаттарын фамилия итеп ала. Беҙҙә лә, башҡорттарҙа, ойконимдарҙы, гидронимдарҙы, оронимдарҙы, этнонимдарҙы, микроэтнонимдарҙы һ.б. фамилия итеп алғанда бик һәйбәт булыр ине, моғайын.
Бөрө башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты исеменән
Р. МӘСӘЛИМ,
Р.СИРАЖЕТДИНОВ.
"Йәшлек" №59 29 май 1999 йыл.
********************

ШӘХСИ ФЕКЕР
“Баш”ланайыҡ, башҡорттар!
Һәр халыҡтың тарихтағы эҙе – милли фамилияларҙа. Улар донъяла, актерҙар кеүек, төрлө ролде башҡара. Фамилия милләттең яҙмышында төп ролде уйнай – яңы тыуған балаға атаһынан йәки әсәһенән автоматик рәүештә күсерелә. Быны милләттең исемен “йоҡтороусы” үҙенсәлекле социаль ген йәки милли тамға тип атар инем.
Шәхес үҙ эше менән – фамилияһын, ә фамилия милләтте данлай. Мәҫәлән, Советтар Союзы Геройы Александр Матросовтың ысынында Шакирйән Мөхәмәтйәнов булыуы асыҡланғас, милләтебеҙҙең баһаһы нисек күтәрелде!
Донъяға билдәле Рудольф Нуриевтың әсәһе татар, атаһы башҡорт. Ул автобиографияһында был хаҡта асыҡ белдерә. Рудольф Нуриев башҡорттар тураһында йылы һүҙҙәр яҙып ҡалдырған: “... Эвакуация беҙҙе Рәсәйҙең ғаиләбеҙ сыҡҡан мөйөшөнә
- Башҡортостанға, Урал тауҙарының көнсығыш һыртына алып килде.
... үҙебеҙ ике йыл йәшәп киткән башҡорт ауылын хәтерләйем, ул Чишуна (?) тип атала ине. Бәләкәй генә өйҙә өс ғаилә торҙоҡ. Ундағы ваҡиғалар хәҙер инде хәтерҙән юйыла бара: йәшел күлдең уртаһынан йөҙәбеҙ, илау, атыш... Шулай уҡ ике урыҫ ҡартын бик асыҡ хәтерләйем – улар беҙҙең менән бер бүлмәлә йәшәне.
...Беҙ – мосолмандар. Әсәйем бик матур, боронғо Ҡазан ҡалаһында тыуған. Атайым Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфө эргәһендәге бәләкәй генә ауылда донъяға килгән. Шулай итеп, татарҙар һәм башҡорттар - ике яҡтан туғандарыбыҙ. Рәсәйҙең ете быуат буйы бер ҡасан еңелеү белмәгән көслө һәм бөйөк башҡорттарҙы бирелергә мәжбүр итеүенә ике быуат ваҡыт үтеп китте. Урал далаларында йәшәүсе башҡорттар үҙҙәренең Азиянан алып Нева ярҙарына тиклем ҡурҡытып торған, ажғыр һәм ауыҙлыҡланмаҫ холҡон бер ваҡытта ла юғалтманы”.
Ғаиләһенең милли составы тураһында яҙып ҡалдырыуына ҡарамаҫтан, Рудольф Нуриевты күршеләребеҙ тик үҙҙәренеке тип иғлан итеүҙән тартынмай. Әгәр беҙҙең үҙебеҙҙең борондан милли фамилиябыҙ булып, Рудольфтың атаһы башҡорт фамилияһын йөрөтһә, мәҫәлән, Нурыйбаш булһа, барыһы ла Рудольфтың ниндәй милләттән булыуын яҡшы белер ине.
Ленинградта, хәрби училищела уҡығанда, бер нисә туғандар ҡәберлеген күрергә тура килде. Унда төрки фамилиялары ла бар ине. Беҙҙең төркөмдә уҡыған кесе сержант, Мәскәү украины Григорий Рябчук бер саҡ минән: “Башҡорттар бармы был теҙмәлә?” – тип һорап ҡуйҙы. “Әйтә алмайым”, - тип кенә яуап бирергә тура килде. “Ә беҙҙең хохолдар бар”, - тине ул, “ко” һәм “чук”ка бөткән фамилияларға төртөп күрһәтеп. Ысынын әйткәндә, ул ваҡытта үҙемде икенсе сортлы милләт кешеһе итеп тойҙом. Шунан бирле башҡорт милли фамилияһы тураһында уй баштан сыҡманы.
Башҡорт фамилияһын булдырыу башҡорттоң ҡайҙа, ниндәй вазифа биләп тороуын асыҡ күрһәтәсәк һәм төрлө уйҙырманы фаш итеү еңелерәк буласаҡ. Милли фамилия йөрөтөү аныҡ шәхестең холоҡ-фиғелен дә ныҡ үҙгәртәсәк. Иғтибар итһәгеҙ, ундайҙар бик тәүәккәл була, үҙ милләтен ярата, уның яҙмышын ҡулынан килгәнсе яҡшыртырға тырыша. Ә әле беҙҙең милләттәштәрҙең күбеһендә бындай теләк юҡ кимәлендә.
Кеше һәр ерҙә үҙен түгел, ә милләтен күрһәтә. Сит ерҙекеләр, мәҫәлән, башҡорт Айрат эшен яҡшы итеп башҡарһа, “Айрат, афарин!” тип түгел, ә “Афарин, башҡорт” тип әйтәсәк. Әммә шул уҡ ваҡытта Айрат эш брҙһа, “Бына, башҡорт эш боҙҙо”, - тип төртөп күрһәтәсәктәр. Тимәк, милли фамилиялы кеше сәхнәлә шаршауһыҙ уйнаған артист һымаҡ ижад итергә, эшләргә, йәшәргә мәжбүр буласаҡ.
Шул уҡ ваҡытта, телен юғалтҡан хәлдә лә, фамилияһы уны милләте менән бәйләп торасаҡ. Әйтәйек, әрмәндәр ҡайҙа ғына таралмаған. Күптәре телен онотҡан, әммә “ян”ға тамамланған фамилиялары үҙ Әрмәнстанына, халҡына дан ғына килтермәй, ярҙам да итә.
Башҡорт фамилиялары ниндәй талаптарға яуап бирергә һәм формаһы буйынса нисек булырға тейеш? Минеңсә, иң уңайы – “баш” һүҙен ҡушыу. Ни өсөн?
Башҡорт һәм башҡа мосолман телдәрендә, “баш” ялғауын һүҙҙең аҙағына ҡушып , һүҙҙәр һәм исемдәр (кеше, ауыл, район, ҡала, тау, йылға, вазифа һәм башҡалар) яһала, мәҫәлән: Ҡарабаш, Ҡыҙылбаш, Иҙелбаш, Стәрлебаш, Елбаш, Бикбулатбаш, Миәкәбаш, Ҡорманайбаш, Ослобаш, Күгәнәкбаш, Юлбаш, Бүләкбаш, Ҡаранбаш, Урҙайбаш, Иҙәшбаш, Шарбаш, Ниязбаш, Кәкребаш, Нәсибаш, Аҡтанышбаш, Торонбаш, Йөҙбаш, Меңбаш, Төмәнбаш, Төрөкмәнбаш. Яңғырауыҡлы ялғау, тимәк, боҙолмайынса, оҙаҡ хеҙмәт итер. Был һүҙ барлыҡ телдә лә бер төрлө яңғырай һәм яҙыла, мәҫәлән, инглизса – “bash”.
Милли фамилия ҡабул итеүҙең халыҡты туплауҙа әһәмиәте бик юғары булыр ине. Шул уҡ ваҡытта был алым кешеләрҙе милләтенә кире ҡайтыуға килтерәсәк.
Был эште республика, дәүләт кимәлендә ниҙән башларға һуң? Тәүге аҙым, минеңсә, түбәндәгесә булырға тейеш:
-    киң мәғлүмәт сараларында, айырыуса башҡорт сайттарында, Интернет-форумдарҙа фекер алышыуҙы киң йәйелдерергә;
-    ғалимдар был проблеманы төрлө яҡлап тикшереп, үҙ һығымтаһын иғлан итергә тейеш. Бәлки, икенсе фамилия ялғауын тәҡдим итерҙәр;
-    республика органдарында билдәләнгән фамилия булдырыу ысулын законлаштырырға һәм федераль властар менән яраҡлаштырырға. Уларһыҙ булмай, сөнки башҡорттар барлыҡ Рәсәйгә таралған, федераль власть менән берлектә норматив документтар ҡабул итергә кәрәк буласаҡ;
-    киң мәғлүмәт сараларында был турала бөтә илгә иғлан итергә;
-    аңлатыу эштәрен һәм яңы милли фамилияны пропагандалауҙы киң йәйелдерергә;
-    яңы тыуған сабыйҙарға һәм беренсе тапҡыр паспорт алғандарға милли фамилия биреүҙе башларға;
-    сит илдәрҙең башҡорт граждандары Рәсәй Хөкүмәте сығарған норматив документтар менән ҡуллана аласаҡ;
-    иң мөһиме – абруйлы ғалимдар ҡороноң үҙ һүҙен оҙаҡҡа һуҙмайынса әйтеүе. Бынан һуң фамилияларҙы шәхси рәүештә алырға (үҙгәртергә) була, сөнки был Рәсәй закондары, халыҡ-ара хоҡуҡ буйынса кешенең шәхси хоҡуғы тип һанала. Паспортта ла милләтте күрһәтеү кәрәклеге ҡалмай.
Иҫкәрмә: был мәҡәлә тематикаһы буйынса материал авторҙың блогында ла бар. Уға www.bashkortfam.blogspot.com һылтанмаһы буйынса эләгергә мөмкин.
Ишбулды Әбйәлилев.
Сибай ҡалаһы.
"Башҡортостан" №67 06 апрель 2012 йыл.

Комментариев нет: