Ауаздаш мәҡәләләр


ПАСПОРТЫҢДА МИЛЛӘТЕҢ ЮҠ,
ә ул мәғлүмәт йөҙөңдә сағыламы?


"Иҫтәренә төшөр. Иҫкә төшөрөү - иман килтергән кешеләргә файҙа! ("Әҙ-Ҙәриәт" сүрәһе). 
 Кеше исеменең йәненә тәьҫире, тормошона шауҡымы тураһында төрлө фекерҙәр һәм фараздар ишетелеп тора. Тимәк, йәмғиәттә милләттең киләсәге тураһында борсолоу бар. Был хәл уйландыра һәм ҡыуандыра. Ул турала бик төплө һәм фәһемле итеп "Киске Өфө"лә лә яҙыла килә. Башҡаларҙың фекерҙәрен ишетеп, шәжәрәләрҙәге төрлө быуын исемдәре менән танышып, уйланып, тағы ла бер-ике һүҙ әйтергә булдым. Үҙ телендә һөйләшмәһә...

Беҙ ят кеше менән осрашҡанда тәүҙә уның йөҙөнә ҡарап, тәүге мәғлүмәт алабыҙ һәм, автоматик рәүештә (төпкө аң кимәлендә) уға үҙебеҙҙең ҡарашты һиҙемләйбеҙ, исем-фамилияһын белгәс, ҡайһы халыҡтан икәнен төҫмөрләйбеҙ, һөйләшкән телен ишетеп, ниндәй милләттән булыуы тураһында һығымта яһайбыҙ һәм, шунан һуң ғына, аңлы рәүештә уға үҙ мөнәсәбәтебеҙҙе билдәләйбеҙ. Тимәк, кешегә үҙ ҡарашыңды булдырыу, уның менән дөрөҫ мөнәсәбәт ҡороу өсөн уның кем булыуын белеү мотлаҡ, йәғни, йөҙөн күреү, исемен белеү һәм һөйләшкән телен ишетеү зарур. Йәшерен-батырыны юҡ, кешене милләтенә ҡарап айырыу, баһалау борон да булған, хәҙер ҙә бар. Элегерәк кешенең милләте метрикаһында, паспортында яҙыла ине, бөгөн яҙылмай. Бөгөнгө халыҡтар араһында барған ҡатнаш никахтар һөҙөмтәһендәге ассимиляция арҡаһында йөҙгә ҡарап ҡына милләтте айырыу икеле. Үҙ телендә һөйләшмәһә, исем-фамилияһынан айырып булмаһа, уның йөҙөнә, ҡиәфәтенә генә ҡарап мөнәсәбәт ҡороу тоғро ла, ғәҙел дә түгелдер, ләкин башҡаса ҡалайтаһың?
Ғәмәлдә исем менән тел ҡала. Исеме үҙ халҡына хас булмаһа, туған телен белмәгән кешенең, үҙе әйтмәһә, милләтен дә белеп булмай әле. Ул кеше милләтен ата-әсәһенең кем булыуына ҡарап белә ала, ләкин үҙен милләтенең бер вәкиле итеп таныймы? Икеле, сөнки уны тыумыштан ят исем ҡушып, әсә телендә һөйләшеүҙән мәхрүм итеп, милләтенән яҙҙырғандар... Шәжәрәләрҙә хәҙерге Элина, Карина, Сабина, Регина, Миленаларҙың ҡартәсәй, өләсәйҙәре Әминә, Кәримә, Сәлимә, Рәғиҙә, Мәҙинәләр... Артур, Тимур, Данилдарҙың ҡартатайҙары Арыҫлан, Тимерйән, Динислам һ.б. Уларҙың мосолман балалары икәнен әлегә фамилияһы, аталарының исеменән төҫмөрләп була. Ә, мәҫәлән, Данилдың балалары Борис Данилович йә Милена Даниловна булһа, кем икәнен ҡайҙан беләһең? Шул исем Данилов тигән фамилияға әйләнеп китһә?
 

Ҡәрҙәштәр бер-береһенә ылыға
Быларҙы тәфсирләп яҙыуымдың ғилләһе шул - беҙҙең быуынға тиклем беҙ үҙ ҡәрҙәштәребеҙҙе исем-шәрифтәренән еңел таныныҡ. Сит ерҙә йөрөгәндә лә үҙебеҙгә хас, таныш исем ишетһәк, ниндәйҙер яҡын тойғолар уянды, был ят мөхиттә лә беҙ яңғыҙ түгел һәм, кәрәк булһа, ышаныр кешебеҙ бар икәнен тойоу, яттар араһында ла ҡаушап ҡалмаҫҡа ярҙам итте. Мәҫәлән, Ырымбур өлкәһендә армияла хеҙмәт иткән саҡта мосолман халыҡтарының балалары - үзбәк, ҡырғыҙ, татар, төркмән, ҡаҙаҡ һалдаттары - миңә ылыҡтылар, мосолман офицеры янында хеҙмәт итергә тырыштылар. Мин уларҙан баш тартмаһын өсөн, үҙ-ара ярышып, хеҙмәт бурыстарын еренә еткереп атҡарҙылар. Үҙ халыҡтарының вәкиле булмаһам да, мосолман мосолманды ҡыйырһытмаҫ, йәберләтмәҫ, яҡшы мөнәсәбәттә булыр, тип ышандылар. Мин дә уларҙы үҙ туғандарым кеүек күреп, яҡланым, һаҡланым, кәрәк булһа, ярҙам иттем.
Армиянан һуң Стәрлетамаҡта заводҡа эшкә төшкәс, бүлек етәксеһе хеҙмәткәрҙәр менән таныштыра башланы. "Гел урыҫтар икән", тип борсолобораҡ торғанда, Насибов Фәхретдин тигән исемде ишетеп, йөрәгем йылынып китте. Артҡы рәттә ултырғандар араһынан эҙләп табып ҡараһам, башҡорт, татарға оҡшамаған кеүек, ләкин барыбер үҙеңдеке - мосолман! Исем-шәрифтәре шулай тип таныта. Тәүге тәнәфестә үк уның янына барып, үҙемсә һаулыҡ һораштым. Ул үҙенсә яуап бирҙе. Әзербайжан егете икән. Ул бер йылдан тыуған иленә ҡайтып китте, ләкин шул арала яҡшылап танышып, дуҫлашып, бер-беребеҙгә терәк булдыҡ. Мин уға нығыраҡ терәк һәм кәрәк булғанмындыр, сөнки беҙ танышҡас, ул үҙен был сит ерҙә, яттар араһында ҡыйыуыраҡ, ышаныслыраҡ һиҙә башлауын әйтте. Ышаныслы, итәғәтле егет ине, ләкин уны ҡаланыҡылар үҙ күреп яҡынлатманылар. Ул мәлдәрҙә әле күптәр үҙҙәрен мосолман итеп һиҙеү, таныу түгел, уйларға ла оялалар ине. Бер йыл арауығында мин Фәхретдинде башҡортсаға, ул мине әзербайжанса әҙ-мәҙ һупаларға өйрәтте. Ул миңә "ағай" тип өндәшә алыуына ҡыуанһа, мин уны үҙҙәренсә "мәшәди" (дуҫ) тип шатландырҙым. Был миҫалдарым менән мин хәҙер беҙ балаларыбыҙҙы бер-береһен таныуҙан, танып белеүҙән, белеп, үҙ мосолманына арҡалана, ышана алыуҙан, бер-береһенең туғанлыҡ, берҙәмлеген тойоп йәшәүҙән мәхрүм итәбеҙ, тип әйтмәксемен. 


  Ят исемдәр менән...
Үкенесле, ләкин йәмғиәтебеҙҙә урынлашҡан ялған ҡараш, хатта яһалма "ҡағиҙә" буйынса, ҡайһы бер ата-әсәләр аңлаһалар ҙа, заманса кеше булып күренергә тырышыпмы, балаларына халҡыбыҙға бөтөнләй ят, мәғәнәһеҙ исемдәр ҡушалар. Улар кемде алдарға тырышаларҙыр - үҙҙәренме, йәмғиәттеме? Был вайымһыҙлыҡтан шул ят исемдәр менән йәшәргә мәжбүр булған балалар күберәк зыян күрәлер, биллаһи... Бәлки, бөгөн уларға бер-береһен таныу кәрәкмәйҙер? Бәлки, башҡа сәбәптәр барҙыр? Мәҫәлән, ҡыҙҙарға заманса исем ҡушыуҙың бер ниндәй ҙә зыяны юҡ, сөнки уларҙың исемдәре шәжәрәләрҙе дауам итмәй, тип яҙып, элегерәк мин дә яңылышҡанмын. "Матур" исемле ҡыҙҙарға яраҡлаштырырға тырышыптыр һәм "иҫке" исемдәрен йәштәр, барыбер, үҙҙәренсәгә әйләндерәләр, тигән һылтау менән дә ҡайһы бер ата-әсәләр улдарына "заманса" исем ҡушалар. Шул арҡала башҡорт исемдәре ҡушаматтарға әйләнә бара. Замандың яһалма модаһына ярайбыҙ тип, "Шарик"тарға әйләнеп бөтмәһәк ярай ҙа ул... "Тәүбә ҡылмаған кешеләр - залимдар. Бер халыҡ икенсеһен мәсхәрә итмәһен. Үҙ-үҙегеҙҙе хурламағыҙ. Ҡушамат исем аташмағыҙ", - тиелә "Иртә" сүрәһенең 6-10-сы аятында. Үкенесле, ләкин бәғзе берәүҙәр балаларына исем урынына ҡушамат тағалар кеүек.
Тағы ла бер күренешкә иғтибар итеү мөһим. Шәжәрә "ағас"тарында хәҙерге ят исемле "япраҡ"тар үҙҙәренең урынһыҙ булыуҙары менән, шыршылағы пластмасса уйынсыҡтар кеүек, айырылып торалар, ләкин яһалма һәм төкөрөк менән генә йәбештерелгән кеүек булыуҙарына күрә, ваҡыт үтеү менән һулып бөтөүгә дусар ителгәндәр. Ошондай һаҡһыҙлыҡ һәм вайымһыҙлыҡ арҡаһында күпме тоҡом "ағас"ы ҡороно икән? Бер кем дә әйтә алмаҫ, сөнки уларҙың тоҡомо ла юҡ, ҡыҙыҡһыныусылары ла юҡ. Тоҡом ҡаны аша берләшкән япраҡтар ғына шәжәрә ағасын үҫтереүгә һәләтле һәм уларҙан яңы ботаҡтар бөрөләнә... Исемдәрен юғалтҡан халыҡ туған телендә лә һөйләшмәһә, милләт юҡ, тигән һүҙ.
 

Хоҙай үҙе милләт итеп яралтҡан
Донъяла, тарихта, йәшәйештә үҙ миссияһы, үҙ тәғәйене булмаһа, Бөйөк Аң әҙәмдәрҙе бер төрлө орлоҡтан яралтып, төрлө милләттәргә бүлмәҫ ине. Тәбиғәттә бер нәмә лә бушҡа ғына һәм мәғәнәһеҙ ҡоролмай. Ағастарҙың, үләндәрҙең орлоҡтарынан үҙ мөхиттәрендә тик үҙ төрөндәге үҫентеләр үҫеп сыға, сөнки тәбиғәттә уларҙың һәр береһенең үҙ тәғәйене бар. Әлбиттә, үҫентене ят ерҙә лә яһалма шарттар тыуҙырып үҫтереп була, ләкин ул үҙенә генә хас үҙсәнлеген тәбиғи дауам итә алмай. Әҙәм балаһы ғына бер камил йән булып тыуа ла, үҫеү, йәшәү дәүерендә яһалма рәүештә үҙенең ысынбарлығын юғалта. Сөнки тыумыштан ят исем ҡушып, ят телдә һөйләштереп, ят мөхиткә яраҡлаштырып, уны үҙсәнлегенән яҙҙырып, үҙ асылында үҫергә мөмкинлек тә, ирек тә бирмәйҙәр. Бала кем булып тыуыуын да, кем булып йәшәргә тейешлеген дә белмәй яфалана. Үҙенең милләтен танымаған йә белмәгән кеше йәшәйештә ниндәй ғөрөф-ғәҙәттәрҙе үҙләштерергә, ниндәй рухи ҡануниәткә таянырға, ниндәй йолаларҙы тоторға тейеш? Бер ниндәй ҙә таянысһыҙ, рухиәтенән, милли мәҙәниәтенән айырылған кешенең күңеле ярлы, яҙмышы аяныслы булалыр...
"Теле ярлыланған халыҡтың рухиәте менән бер рәттән, йәшәү даирәһе лә ҡыҫырыҡлана" тип әйткән аҡыл эйәһе М.В. Ломоносов. Бөгөн ер йөҙөндә күпселек милләттәрҙең ерле халыҡ араһында диаспора булып йәшәүе беҙгә мәғлүм. Улар ҙа ваҡытында иң тәүҙә исемдәрен, шунан телдәрен, һуңынан илдәрен дә юғалтҡандарҙыр. Тел юғалһа, ил тарҡала, ил булмаһа, халыҡ та юҡ, быға бәхәсһеҙ дәлилдәр, тарихи миҫалдар бихисап. Бөгөнгө көндә 6 меңдән ашыу телдә һөйләшкән 5 меңдән ашыу милләттең 380-енең генә һаны 1 миллиондан күберәк. Йыл һайын тиҫтәләгән телдәр юҡҡа сыға, милләттәр һаны кәмей. Донъяла башҡорттар 1миллион ярымдан күберәк, ләкин үҙ телендә һөйләшә, яҙа белгәндәре ярты миллиондан да әҙ булыу сәбәпле ЮНЕСКО һәм БМО тарафынан башҡорт теле юғалыуға дусар телдәр иҫәбенә теркәлгән. Үкенесле, әммә факт! Кешеләр, ваҡытлыса замана алдатҡыстары артынан ҡыуып, яңылышыуҙарын күрмәмешкә, белмәмешкә һалыша, ә ваҡыт үҙенекен эшләй һәм ул аяуһыҙ...


 Асылың барыбер һағындыра...
Ҡыҙыҡ, милләте менән таныштырыу хәжәте тыуһа, үҙенең йөҙөн, үҙенсәлеген күрһәтеү өсөн бөтә халыҡтар ҙа милли кейемдәрен кейәләр, аш-һыуҙарын әҙерләйҙәр, халыҡ йырҙарын йырлайҙар, боронғо йәшәү рәүешен сағылдыралар. Тимәк, һәр халыҡ фәҡәт шул үҙ асылында өмөтлө һәм бәхетле йәшәгән дәүерҙе һағынып иҫкә ала, тигән һығымтаға килергә була. Алама осорҙо кем һағынып иҫкә алһын? Хәҙерге, теле, исеме, мәҙәниәте уртаҡлаштырылып, бер кәртәгә ҡыуылған быуынды, йәшәү рәүеше бер ҡалыпҡа һалынған йөҙһөҙ дәүерҙе киләсәк быуын нисек төҫмөрләр икән? Әлбиттә, замандың яһалма "ҡағиҙә"ләрен инҡар итеп, үҙ юлдарында үҙсәнлеген һаҡлап, үҙҙәренең кем икәнен иҫтәрендә тотоп йәшәгән халыҡтар бар: япондар, ҡытайҙар, һиндтар, ҡайһы бер ғәрәп халҡы һәм цивилизация менән аралашмаған ҡәбиләләр... "Берәү тоғро юлдан барһа, үҙе өсөн бара, берәү аҙашһа, үҙенә зарарға аҙаша, һис бер йөк күтәреүсе икенсенең йөгөн күтәрмәҫ" (Әл-Исра", 15-се аят)
Йәшәү мәғәнәһе ваҡытлыса һәм яһалма алдатҡыстарҙа түгел, ә донъяның рухи ҡиммәттәрен үҙләштереп, үҙсәнлегеңде һаҡлауҙа икәнен иҫебеҙҙә тотһаҡ ине...
Ерҙән Күккә юл hалhам да,
Тел булмаhа, ни файҙа?
Тере телле гөл булhам да,
Ишетерҙәр бит Айҙа!
Тауҙарҙан бейек булһам да,
Телhеҙҙе ҙур итмәҫтәр.
Тере телле сүп булhам да,
Тапап үтеп китмәҫтәр.
Борон башҡорттарҙың телен
Бысаҡ менән киҫкәндәр.
Буйһонмаһа, маңлайына
Оло тамға өткәндәр.
Бөгөн баҫалҡының телен
Ҡағыҙ менән "киҫәләр".
Шуға башҡорт балаhына
Яhалма тел үҫәлер…


Урал МОСТАФИН.
"Киске Өфө", #51, 2012 йыл

Ошо һылтанма буйынса уҡырға була:  http://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=1701


Комментариев нет: